+11 °С
Дождь
VKOKTelegram
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта
2 Января 2022, 04:25

Вәхит һәм уның синыфташтары

Баймаҡтағы интернат-лицейҙың V «А» синыфы уҡыусылары менән танышып ҡайттым әле. Ә унда Вәхит Ҡашҡаровты күрергә барғайным. Ул гәзитебеҙ ойошторған уйында төп приз – велосипед отҡайны. Быйыл даланлы малай ошо синыфҡа уҡырға килде бит. Бында улар төрлө ауылдарҙан йыйылғандар. Шулай булһа ла, тиҙ генә бер-береһе менән дуҫлашып та алғандар. Шундай берҙәмдәр, татыуҙар. Уларҙың атай-әсәй­ҙәре лә маҡтауға лайыҡ. Балаларын «Йәншишмә» гәзитенә яҙҙыр­ғандар. Әйҙәгеҙ, ошо уҡыусылар менән яҡындан танышайыҡ. Ни тиһәң дә, Юлбарыҫ йылында тыуған бит үҙҙәре!

Вәхит һәм уның синыфташтарыВәхит һәм уның синыфташтары
Вәхит һәм уның синыфташтары

Синыфта «әртистәр» бигерәк күп йыйылған икән. Күҙ алдыма килтерҙем әле. Сәхнәлә – бишенселәр! Айтуған Байымов ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнай. Марат Хажиев менән Гөлшат Тулыбаева оҫта итеп концертты алып бара. Эйе, Гөлшат районда үткән «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында гел призлы урындар яулап, оҫтарып алған. Киләсәктә икәүләп бына тигән итеп ҙур-ҙур сараларҙы ла алып барырҙар, күрерһегеҙ әле! Алтынай Әхмәҙуллина тыпырҙатып баҫып иҙәндәрҙе дер һелкетһә, Камила Мыр­ҙина, Азалиә Илбулова, Илзидә Күсәмешева, Камила Раева һәм Нияз Ҡотлоғәләмов үҙҙәренең бейеүҙәре менән сәхнәне тағы ла йәмләп ебәр­ҙе. Ә йырсы Азалиә Иҫәнғолованың тауышы ҡалай моңло икән! Бирһә, Хоҙай һәләт бирә лә ҡуя шул!
Киләсәктә синыфҡа сәхнәне музыка яғынан биҙәүсе лә эҙләргә түгел. Шәп, барыһы ла бында! Илсиә Шәрәфетдинова пианинола уйнап ебәр­гәйне, залдағылар шым булды. Афарин! Сихри тауышлы шиғыр һөйләүсе уҡыусыларҙы ла онотоп ҡуймайыҡ, улар – Айгүзәл Ниғмәтова менән Йәнгөл Хоҙайбирҙина. Шулай уҡ синыфтың старос­таһы Азат Шәймәрҙәнов та бар яҡтан килгән: үҙе матур итеп шиғыр һөйләй, үҙе оҫта бейей, үҙе – шәп спортсы! Әле лә был «концерт»ты Булат Кәримовтың «Мин – баш­ҡортмон» шиғыры менән тамамлап ҡуйҙы ул. Шаршау ябылды...
Гел генә йырлап, бейергә тимәгән бит, бишенселәр араһында спорт яратҡан уҡыу­сылар ҙа бихисап. Мәҫәлән, Илдар Байымов – көрәш, Рөстәм Таймасов – саңғы, Вәхит Ҡаш­ҡаров, Азалия Иҫәнғолова, Фатима Ғәлина, Самат Йәнбәков, Хәсән Иҫән­баев шашка һәм шахмат буйынса ярыштарҙа ҡатнашып тора. Шулай уҡ спорт менән Заһит Дәүләтбирҙин да дуҫ. Ә Данил Яҡшыбаев робо­тотехника донъяһына мө­киббән киткән. Ул иҫ кит­кес асыштары менән һоҡландыра.
Донъяны матурлыҡ ҡотҡара, тигәндәй, синыфта һүрәт төшөрөргә яратыусылар, ҡул эштәре: сигеү, бәйләү оҫталары ла бар. Сулпан Бәхтиева, Азалиә Илбулова, Илзидә Күсәмешева, Камила Раева һүрәтте оҫта төшөрһә, Фатима Ғәлина сигеүгә әүәҫ.
Бына шундай улар! Береһенән-береһе уңғандар, тырыштар. Бишенселәр гел алдын­ғылар сафында барыр әле. Уларҙы бит синыф етәксеһе Эльвира Ғәбитулла ҡыҙы Ғибәҙуллина һәм тәрбиәселәре Таңһылыу Сибәғәт ҡыҙы Төхвәтуллина алда барырға дәртләндереп, ярҙам итеп тора.

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас