+13 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта
3 Февраля 2022, 07:05

Йәш рәссамдың һүрәттәре - Лондон үҙәгендә!

Гордей Тиглев Туймазылағы 4-се мәктәптең VII синыфында белем ала. Бәләкәйҙән ҡыҙыҡһыныусан булып үҫкән малай күптән инде үҙен оҫта рәссам булараҡ танытҡан.

Йәш рәссамдың һүрәттәре - Лондон үҙәгендә!Йәш рәссамдың һүрәттәре - Лондон үҙәгендә!
Йәш рәссамдың һүрәттәре - Лондон үҙәгендә!

Ғүмер бүләк иткән ата-әсәһе, дуҫтары, тыуған яҡ тәбиғәте, йыһан киңлеге, йорт хайуандары, Рәсәй һәм донъя кимәлендә билдәле булған кешеләрҙең портреттары - былар барыһы ла Гордейҙың һүрәттәрендә сағылыш тапҡан. Күңеле ҡанатланған йәки, киреһенсә, моңһоуланған сағы булһынмы йәш рәссам һәр ваҡыт илһамланып ҡулына ҡәләм ала. Ә төшөргән һүрәттәре, ысынлап та, бик матур, һоҡландырғыс. Шулай булмаһа, Бөйөк Британияла үткән халыҡ-ара конкурста еңеү яулай алыр инеме һуң?! Хәҙер 13 йәшлек яҡташыбыҙҙың рәсеме Лондон үҙәгендә эленеп торасаҡ!

Гордей Тиглевтың уҡытыусыһы -  Tim-Art арт-студияһын булдырыусы профессиональ рәссам Айнур Тимерғәлиев. Ул йәш талантты Туймазыла оҫталыҡ дәрестәре уҙғарған ваҡытта күреп ҡалған һәм уның менән шөғөлләнә башлаған. Бөйөк Британияла уҙғарылған “Golden time talent” халыҡ-ара рәсемдәр бәйгеһенә улар малайҙың Гагариндың портретын ебәргән. Йәш рәссамдың һүрәтенә жюриҙар юғары баһа бирә, донъялағы 17 ил араһынан уны еңеүсе тип билдәләйҙәр. Хәҙер Гордей Тиглевтың космонавт һүрәте Тауэр күперендәге галлерияла эленеп торасаҡ һәм бөтә донъя халҡын ҡыуандырасаҡ. 

Гордей робототехника менән дә мауыға. Уға сымдарҙы иретеп йәбештереү, электр сылбырын йыйыу, деталдәр төҙөү, роботтарҙы программалаштырыу оҡшай. Ә киләсәктә үҙен видеомонажёр йә иһә оператор итеп күрә. Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән төрлө видеороликтар төшөрә, уларҙы монтажлай. Уның эштәрен  youtobe  каналында ла күрергә мөмкин.

Талантлы йәш рәссам яҡташыбыҙға артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Фото:https://tuvest.ru/news/novosti/2021-12-18/13-

 

 

Йәш рәссамдың һүрәттәре - Лондон үҙәгендә!
Йәш рәссамдың һүрәттәре - Лондон үҙәгендә!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас