+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта
11 Февраль 2022, 14:05

Синыфташым беҙгә өлгө күрһәтә

Башланғыс синыфтан алып бергә уҡыған Ильяс СИТДИҠОВ исемле синыфташым менән әңгәмә ҡорорға булдым. Һеҙҙе лә таныштырыу маҡсатында үҙенә бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттем. Сөнки Ильясты башҡаларға өлгө итеп ҡуялар. Отҡор, зирәк, уҡыу алдынғыһы, спортты, сәнғәтте үҙ иткән һәм дин менән дә ҡыҙыҡһынған егет. Әйткәндәй, ипле холоҡло, яғымлы малайҙы иптәштәре лә ихтирам итә. Ҡыҙыҡлы әңгәмәсе лә булып сыҡты ул.

Синыфташым беҙгә өлгө күрһәтә
Синыфташым беҙгә өлгө күрһәтә

– Ильяс, һиңә мәктәптә айырыуса ниндәй фәндәр оҡшай?
– Математика һәм урыҫ теле дәрестәрен көтөп алам.
– Ә ҡайһы спорт төрҙәрен үҙ итәһең?
– Хоккей, футбол уйнарға яратам. Ярыштарҙа ла һәр саҡ ҡатнашып киләм. Мәктәптең хоккей командаһына эләгеү дәрте менән янып йәшәйем. Әле егеттәр менән бер нисә уйында ҡатнаштым. Күрше Иҫке Монасип ауылына барып, уларҙың хоккей командаһын еңеп ҡайттыҡ.
– Белеүемсә, һин бейеү һәм йыр түңәрәгендә лә ихлас шөғөлләнәһең...
– Эйе, башланғыс синыфтан алып мәктәптең «Азамат» өлгөлө бейеү ансамблендә бейейем. Миңә бигерәк тә башҡорт бейеүҙәре оҡшай.
– Ваҡыт табып, мәсеткә йөрөй­һөң. Һинеңсә, Ильяс, дини кеше ниндәй булырға тейеш?
– Дини кеше ул иманлы, аҡыллы, тәрбиәле була. Тыуған илен, ерен, халҡын яратҡан, баш­ҡаларға хөрмәт менән ҡараған, ололарҙы оло, кеселәрҙе кесе итеп күрә белгән генә дин юлын үҙ итәлер ул.
– Ә ниндәй аят-доғаларҙы яттан беләһең?
– «Ихлас», «Әл-Фәләҡ», «Ән-Нәс» сүрәләрен һәм «Аятел Көрси» доғаһын яттан беләм. Конкурста ҡатнашып, бүләктәр алғаным бар. Тағы ла күберәк доғалар һәм сүрәләр ятларға, шулай уҡ киләсәктә намаҙға баҫырға уйлайым.
– Эйе, Аллаһы Тәғәлә был юлда кешегә аҡыл һәм һайлау мөмкинлеге бирә. Ысынлап та, дин – ул тура юл: уңышҡа, бәхеткә илтә. Ильяс, шөғөлдәрең күп, былар һиңә уҡыуыңда ҡамасауламаймы һуң?
– Юҡсы, һәр бер эште оҡ­шатып, яратып башҡараһың икән, ул бер ҡасан да кешегә тормошта ҡамасауламай. Бының өсөн ваҡытты дөрөҫ бүлергә һәм һине уратып алған донъяны ярата белергә кәрәктер. Минең көндәлек бар эштәрем дә ваҡыт менән бүленгән. Өйҙә атай-әсәйемә ярҙам итәм, яратҡан спорт төр­ҙәре менән шөғөлләнәм, музыка тыңларға ла өлгөрәм. Дә­рес әҙерләүгә лә ҙур иғтибар бүләм.
– Киләсәккә хыялдарың?
– Улар күп инде. Иң мөһиме: тыуған ауылым, районым һәм республикам өсөн кәрәкле кеше булырға теләйем. Мәктәпте һәйбәт кенә тамамлап, юғары белем алырға тейешмен. Атай-әсәйемдең, ағай һәм апайҙарымдың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышасаҡмын.
– Әңгәмә аҙағында, бәлки, тиҫтерҙәреңә һәм «Йәншишмә» гәзите уҡыусыларына теләктәреңде әйтерһең?
– Яҡшы уҡыһындар, тырыш, уңған булһындар, спорт ярат­һындар, әлбиттә, дингә ышан­һындар.
– Әңгәмәң өсөн рәхмәт. Уй-хыялдарың тормошҡа ашһын, уңыштар һиңә, Ильяс!

Азамат ҠАРАҒОЛОВ,
йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: