+25 °С
Дождь
VKOKTelegram
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта
14 Февраля 2022, 10:25

Ил азаматтары - бөйөк хис тураһында

Мөхәббәт булмаһа, тормоштоң үҙе лә, йәшәүҙең йәме лә булмаҫ ине. Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ.

Ил азаматтары - бөйөк хис тураһындаИл азаматтары - бөйөк хис тураһында
Ил азаматтары - бөйөк хис тураһында
О, мөхәббәт! Аҙмы яҙмыштарҙы
Донъя тамуғында яндырҙың.
Аҙмы исемдәрҙе, күккә яҙып,
Мәңгелек йыр итеп ҡалдырҙың.
Мостай Кәрим.
 
Мөхәббәтте һорап алмайҙар –
Йөрәк менән генә яулайҙар.
Риф Мифтахов.
Башҡа байлыҡ миңә кәрәк түгел,
Мөхәббәтем – иң ҙур хазина.
Мин йәшәйем икән был донъяла,
Йәшәйем тик һөйөү хаҡына.
Рафаэль Сафин.
Мөхәббәт ул - йәшлек юлдашы;
Шатлыҡ, һағыштарҙың юл башы.
Ҡадир Даян.
Йәшәү өсөн кәрәк мөхәббәт.
Рәми Ғарипов.
Мөхәббәттә -кеше бәхете,
Бәхеттәрҙең алтын тәхете.
Рәшит Шәкүр.
Мөхәббәт - ҡабатлана торған, хатта һине ғүмерең буйы оҙата барыусы серле хис. Тик уның иң бөйөгө һәм ҡабат килмәй торғаны - һинең саф күңелеңдә тәүге тапҡыр яралғаны.
Ноғман Мусин.
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас