-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта
22 Февраль 2022, 11:35

Хыялы тормошҡа ашһын!

Йәрмәкәй районы Урта Ҡарамалы мәктәбенән Азалиә Мифтахова менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала таныш­ҡайныҡ. Бик ҡыҙыҡһыныусан, тырыш, алсаҡ ҡыҙ булып сыҡты.

Хыялы тормошҡа ашһын!
Хыялы тормошҡа ашһын!

– Азалиә IX синыфта «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә уҡый. Синыфтан тыш сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Инша яҙыу, шиғыр һөйләү конкурстарында ла һынатмай. Быйылғы уҡыу йылында «Йылдар эҙенән», Мифтахетдин Аҡмулла ижадына арналған интернет-викториналарҙа көсөн һынап ҡараны. Әле бына төбәк-ара олимпиадала призёр булып ҡыуанды, – ти уҡыусыһы менән ғорурланып башҡорт теле уҡытыусыһы Ризида Фаил ҡыҙы Лотфуллина.
Уҡыу алдынғыһы киләсәккә хыялдар ҙа ҡороп ҡуйған инде. Туғыҙынсы синыфты тамамлағас, Бәләбәйҙәге медицина колледжына уҡырға инергә теләй. Уңыштар юлдаш булһын!

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: