Минең йөрәгемдә телгә ҡарата һөйөү уятыусы – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Мәжит ҡыҙы Ишемова. Ул Баймаҡ районы Муллаҡай мәктәбендә балаларға туған тел серҙәрен төшөндөрә, әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу ҙа тәрбиәләй.
Уҡытыусым тураһында бик күп маҡтау һүҙҙәре әйткем килә. Сөнки ул минең һәр уңышымды күреп, дәртләндереп, ҡанат ҡуйып ҡына тора. Ижади һәләтемде белеп, асып, ижад ҡәләмемдең иң тәүге емештәренә баһа биреп тороусы ла ул. Үҙе гел генә: «Шунда конкурс бара, әйҙә ҡатнашайыҡ әле, шундай темаға яҙып ҡара әле», – тип йүнәлеш бирә. Уҡыусыларының ижады гәзит-журналдарҙа баҫыла, республика кимәлендәге йыйынтыҡтарҙа ла донъя күргәне бар. Ошо әүҙем, һәләтле уҡыусылары – район китапханаһы ҡарамағындағы «Игебай мәктәбе» ағзалары ла. VII cиныфтан алып беҙ башҡорт теле буйынса район, төбәк-ара бәйгеләрҙә ҡатнашабыҙ. Юрий Гагарин кубогына олимпиадала ике йыл рәттән Фидәлиә Ураҙгилдина республика кимәлендә призёр булһа, ә мин былтырғы уҡыу йылында III урын яулап, уҡытыусым менән Өфөлә бүләкләү тантанаһында булдым. Рәсимә Мәжит ҡыҙының уҡыусылары әҫәрҙәрҙе тасуири һөйләү, сәхнәләштереү, фәнни-эҙләнеү конкурстарынан, фәнни-практик конференцияларҙан да ситтә ҡалмай. Баймаҡ районы телевидениеһы ойошторған «Рух ҡошо» проектында бер нисә йыл рәттән үҙе лә уңышлы сығыш яһап, еңеүсе, призёр исемен яуланы. Уҡытыусым шулай беҙгә өлгө күрһәтә. Ул һөнәри, ижади бәйгеләрҙә ихлас ҡатнаша. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2008» конкурсында – район кимәлендә еңеүсе, ә төбәк-ара бәйгелә «Рухиәт тәрбиәсеһе» номинацияһында еңеүсе булды. Шулай уҡ ауылыбыҙҙың бар мәҙәни сараларында ла гел әүҙемлек күрһәтә.
Рәсимә Мәжит ҡыҙы халҡыбыҙ тарихына төплө байҡау яһап, күренекле шәхестәребеҙ хаҡында ентекләп һөйләй. Уҡыусыларын үҙенең йөкмәткеле дәресе менән ҡыҙыҡһындыра белә, уларҙа телебеҙгә һөйөү уята. Мин уҡытыусым менән ғорурланам.
Алтынай ЛАТИПОВА, IX синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Муллаҡай мәктәбе.