-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

11 йәшлек актёр

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында төрөк драматургы Нәзим Хикмәттең «Мөхәббәт тураһында легенда» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә Азамат Таһиров малай ролен башҡара.

11 йәшлек актёр
11 йәшлек актёр

Азаматҡа – 11 йәш. Ул Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында 5-се синыфта уҡый. Әлеге мәлдә репетицияларҙы ҡалдырмай, үҙе уйнаясаҡ ролдең һүҙҙәрен, хәрәкәттәрен өйрәнә. Сәхнәлә ышаныслы баҫып йөрөй, режиссёр иҫкәрмәләрен урынына еткереп төҙәтеп ҡуйырға ла өлгөрә.
Быға тиклем дә Азамат театрҙа йыш күренә ине. Ул спектаклдәр ҡарарға ярата. Атаһы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илгиз Таһиров ҡатнашҡан бер спектаклде лә ҡалдырмай, күҙәтеп бара. Малай – Азаматтың тәүге роле. Киләсәктә уға яңы үрҙәр теләйбеҙ!

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.

11 йәшлек актёр
11 йәшлек актёр
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: