-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Әлиәбеҙ һоҡландыра

Гимназиябыҙҙа өлгөлө, тырыш, уңған балалар күп. Тап шундайҙарҙың береһе – VIII «А» синыфы уҡыусыһы, уҡыу алдынғыһы Әлиә Исҡаҡова.

Әлиәбеҙ һоҡландыра
Әлиәбеҙ һоҡландыра

Ул Сибай ҡалаһында тыуған. Альбина Таһир ҡыҙы һәм Ринат Рәшит улы Исҡаҡовтарҙың татыу ғаиләһендә тәүге бала, һеңлеһе Риананың яратҡан апаһы. 2013 йылда ғаиләләре Өфө ҡалаһына күскәс, баш ҡалалағы 42-се лицейға I синыфҡа уҡырға бара. Гимнастика, саңғы, бейеү менән ҡыҙыҡһына һәм түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Артабан уҡыуын Әлиә 107-се лицейҙа дауам итә. Ул бейеүҙе лә ташламай, төрлө түңәрәктәргә йөрөргә лә өлгөрә, гел «бишле» билдәләренә өлгәшә. Тегергә, сәйлән менән сигергә, һүрәт төшөрөргә, инглиз теленән өҫтәмә дәрестәр алырға ла ваҡыт таба. Ошо лицейҙа уҡығанда үҙ алдына маҡсат ҡуйырға, уны үтәргә, тормошта юғалып ҡалмаҫҡа, ҡаршылыҡтарға бирешмәҫкә өйрәнә.
Әлиә беҙҙең гимназияға уҡырға килгәс тә төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Былтырғы уҡыу йылында уҡыу буйынса яуаплы булһа, быйыл – синыфтың старостаһы вазифаһында. Синыф етәксеһе һәм тәрбиәсенең беренсе ярҙамсыһы, уҡыу алдын­ғыһы Әлиә синыфташтарына һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора. Дәрестә аңламай ҡалғандарға тема аңлатһынмы, өйгә эш әҙерләгәндә ярҙам итһенме... Ул гел мөләйем, тауыш күтәрмәй, йылмайып ҡына һөйләшә, һәр кемгә иғтибарлы. Үҙе һәр саҡ дәрестәргә ентекләп әҙерләнеп йөрөй.
Ҡыҙ оҫта бейей, шуға ла гимназияға килгәс тә «Аҡйондоҙ» бейеү ансамбленә алынды. Концерттарҙа сығыш яһайҙар, конкурс­тарҙа ҡатнашалар. Әйткәндәй, «Байыҡ» бейеү бәйгеһендә ҙур еңеү яуланы улар.
Өлгөр, уңған Әлиәбеҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, уға һаулыҡ, уҡыуында уңыштар, киләсәктә юғары үрҙәр, яңынан-яңы бейеклектәр яулауын теләйбеҙ.

Фәннүрә БӘХТИГӘРӘЕВА,
тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: