+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мәктәп туризмын үҫтереүгә - дәүләт ярҙамы

Яңыраҡ илдең Премьер-министры Михаил Мишустин Рәсәйҙә мәктәп туризмын дәүләт кимәлендә үҫтереү буйынса махсус проект эшләй башлаясағы тураһында белдергәйне. Программала беренсе булып ҡатнашыусы 18 төбәк араһында беҙҙең республика ла бар.

Мәктәп туризмын үҫтереүгә - дәүләт ярҙамы
Мәктәп туризмын үҫтереүгә - дәүләт ярҙамы

"Мәктәп йәшендәге балаларҙың йәйге ялы буйынса пилот проект 2022 йылда Башҡортостанда "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла башлай. Уның буйынса V - IX синыфтарҙан 11 мең уҡыусы йәлеп ителәсәк. Бының өсөн федераль ҡаҙнанан - 55 миллион һум, республиканан да аҡса бүленә",  - ти республиканың туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе  Ринат Фәтҡуллин.

Мәктәп туризмын үҫтереү буйынса программаның төп маҡсаты - сәйәхәттәр аша уҡыусыларҙы тыуған яҡ тарихы менән таныштырыу. Экскурсияларҙың ваҡыты бер тәүлектән дә кәм булмаҫҡа тейеш.

Фото: ostwest.ru

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: