”Әлбиттә, беҙгә сәхнәгә сығыуы еңел генә түгел, барыбыҙ ҙа тулҡынланабыҙ. Тәрбиәсебеҙ Лариса Ғаяз ҡыҙы Рәхимова: "Һеҙ булдыраһығыҙ, мин һеҙгә ышанам", – тип беҙгә дәрт өҫтәй. Беҙ уның ышанысын аҡлап, үҙебеҙ ҙә ҙур ҡыуаныс кисерәбеҙ. Ғөмүмән, конкурстарҙа ҡатнашыу беҙгә ныҡ оҡшай”, – ти алтынсылар.
Һеҙгә тағы ла ҙурыраҡ уңыштар теләп ҡалабыҙ!
Фото: Анелия Рафиҡова.