-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта
10 Апрель 2022, 13:30

Яҡты йондоҙ булып балҡыр әле!

Ҡулына баян тотоп, сәхнәгә бәләкәй генә малай күтәрелде. Башҡорт халыҡ йыры «Ҡарабай»ҙы һыҙҙырып ебәргәйне, әйтерһең дә, моң шишмәһе урғылды! Шул тиклем оҫта итеп уйнай! Баян төймәләре буйлап етеҙ йүгергән бармаҡтарына күҙ ҙә эйәрмәй.

Яҡты йондоҙ булып балҡыр әле!
Яҡты йондоҙ булып балҡыр әле!

Һүҙем – Илназ Закиров хаҡында. Бәләбәй районы Приют ҡасабаһындағы 7-се мәктәптең III синыфында белем алған малай бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ икән. Икенсе йыл инде балалар сәнғәт мәктәбенең халыҡ уйын ҡоралдары бүлегенең баян синыфында шөғөлләнә. Дәрес­тәр­ҙе ҡалдырмайынса, ҙур теләк менән йөрөй ул. Айырыуса баш­ҡорт халыҡ йырҙары «Ҡара юр­ға», «Хәтирә»не уйнарға ярата. Ҡурайҙа өйрәнергә лә теләге ҙур.
– Олатайым Илдус Шакир улы оҫта гармунсы булған. Мин үҙен күреп өлгөрмәнем. Шулай ҙа уға оҡшарға тырышам. Тамырҙарымда гармунсы ҡаны аға бит! Киләсәктә олатайымдың гармунында ла өҙҙөрөп уйнармын әле! Был – минең иң ҙур теләктәремдең береһе. Сәнғәт мәктәбенә уҡырға барыуым да ошоға бәйле, – ти Илназ.
Баянда ғына түгел, ҡумыҙҙа ла оҫта уйнаған малай моңло итеп йырлай ҙа. Үҙенең матур сығыштары менән һәр сараны биҙәй. Бар ерҙә лә әүҙем булған Илназ уҡыуҙа ла һынатмай, яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Ул ғына ла түгел, мәктәп, ҡала, республика кимәлендә үткән төрлө ижади бәйгеләрҙә лә ҡатнашырға өлгөрә. Уңыштары ла байтаҡ.
Шағирә Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған республика конкурсында – I, Фәриҙә Ҡудашева һәм Бәхти Ғайсиндың ижадына арналған «Ике аҡҡош» республика музыка бәйгеһендә III дәрәжә дипломдар менән бүләкләнгән. «Рәсәй Ут-ҡошо» халыҡ-ара фестивалендә лә I урынға лайыҡ булған. Бәләбәй ҡалаһында үткәрелгән «Киләсәк интеллекты – 2022» фәнни-эҙләнеү конференцияһында «Беҙ тамырыбыҙ менән көслөбөҙ» эше менән еңеү яулаған. Шулай уҡ «Таланттар ҡанатында», «Халҡым хазинаһы» район фестивалдәрендә призлы урындарҙы алған. Баш­ҡорт­остан юлдаш телевиде­ниеһы ойошторған «Яңы йыл ҡотлауҙары» бәйгеһендә ҡатнашып, гироскутерлы ла булған.
Бына шундай шәп малай үҫеп килә Бәләбәйҙә! Улдарының һәр башланғысын хуплап, ҡеүәтләп, дәртләндереп торған Сәлимә һәм Илгиз Закировтарҙың да өлөшө баһалап бөткөһөҙ, әлбиттә.
– Бәләкәйерәк сағында Ынйы апаһының уңыштарын күреп, эй, ҡыҙыға торғайны. Ныҡышмал, сәмле, тырыш булғас, хәҙер үҙе еңеүҙәр яулай. Ә беҙ быға ҡыуанабыҙ ғына, ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ, – ти улар.
Татыу һәм мөхәббәтле ғаиләлә ҡанаттарын нығытып, ҙур тормошҡа ҡыйыу маҡсаттар ҡуйып йәшәгән моңло Илназ Закиров киләсәктә сәнғәт күгенең яҡты йондоҙо булып балҡыр әле! Беҙ уға бары тик уңыштар ғына теләйбеҙ.

Юлиә КИРӘЕВА.

Яҡты йондоҙ булып балҡыр әле!
Яҡты йондоҙ булып балҡыр әле!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: