-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта
16 Апрель 2022, 09:35

Уңыш сере - тырышлыҡ

Беҙҙең интернат-гимназияла Урал аръяғы райондарынан балалар белем ала. Һәр береһе тырышып уҡый, төрлө түңәрәктәргә йөрөй, конкурстарҙа ҡатнаша. Һеҙҙе шуларҙың береһе – X «А» синыфынан Айгиз Йәнтүрин менән таныштырмаҡсымын.

Уңыш сере - тырышлыҡ
Уңыш сере - тырышлыҡ

– Һәр фәндән дә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшәһең, күп бәйгеләрҙә ҡатнашып, гимназиябыҙҙың данын күтәрәһең. Үҙеңде бөтәһе лә маҡтай. Уңыш серҙәре ниҙә?
– Йыл һайын ҡала буйынса олимпиадаларҙа бер нисә фәндән ҡатнашып торам. Былтыр башҡорт теле һәм урыҫ теленән республикала – призёр, быйыл иһә химия һәм урыҫ теленән уңышҡа ирешеп ҡайттым. Бөтә фәндәр ҙә оҡшай. Дәрестә теманы тыңлайым да өйҙә ҡабатлайым. Шулай хәтерҙә яҡшы ҡала.
Мин олимпиадаларға ентекле әҙерләнәм. Уҡытыусылар ярҙамында белгәндәремде нығытып, һынау барғанда тыныс булырға, ҡаушап ҡалмаҫҡа өйрәнәм. Һәр көндәлек эшемә лә ваҡытым билдәле бүленгән. Уңыш сере – тырышлыҡ, тип уйлайым.
– Төрлө түңәрәктәргә йөрөргә лә өлгөрәһең. Нисек ваҡыт еткерәһең?
– Ҡурайҙа, гитарала уйнайым, әле бына фортепьянола өйрәнергә ине. Спортты ла яратам. Волейбол, футбол оҡшай миңә, тағы ла еңел атлетика менән шөғөлләнәм. Былтыр «Урал батыр» эпосын уҡығанда һәм сәсәндәр ижадын үткәндә башҡорт халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уянды. Әле күптән түгел гимназиябыҙҙың «Әүлиә» фольклор ансамбле Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Алдырханова-Кәримова етәкселегендә данлыҡлы ҡурайсы, артист Ғата Сөләймәновтың 110 йыллыҡ юбилейы айҡанлы тамаша әҙерләгәйне, унда ла сығыш яһаным. Ғөмүмән, мәктәп тормошонда, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашам. Тырышлығым өсөн Президент шыршыһында булыу бәхете тәтене. Китаптар уҡырға яратам. Өләсәйем менән ҡарт­атайым: «Улым, хәтереңдә тот, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ. Тырышып уҡы, уҡыуҙан һуң өлгөргән тиклем һөнәр алырлыҡ, күңел байлығы алырлыҡ түңәрәктәрҙә шөғөллән. Дуҫтарың, уҡытыу­сы, тәрбиәселәрең менән яҡшы мөғәләмәлә бул», – тип гел генә иҫкәртеп тора.
– Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе, тигәндәй, олатайың менән өләсәйең әйткәндәренә ҡолаҡ һалыуың маҡтауға лайыҡ. Улар тураһында ла һөйлә әле.
– Өләсәйем Әлфиә Хөрмәт ҡыҙы менән ҡартатайым Әмир Хәйҙәр улы Йәнтуриндар Баймаҡ районы Татлыбай ауылында йәшәй. Уларҙы яратам һәм хөрмәт итәм. Аҡыллы һүҙҙәре, файҙалы кәңәштәре менән дөрөҫ юлдан барырға өйрәтәләр. Ял көндәрендә, каникулдарҙа мин үҙҙәренә ярҙам итәм. Улар­ҙың әйткәндәре, фәһемле нәсихәттәре – беҙгә һабаҡ. Берҙән, бергәләп эшләп, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләйҙәр, икенсенән, яҡшы кеше булырға өйрәтәләр. «Аҡыл­дың ҡәҙере – әҙәп менән, байлыҡтың ҡәҙере – йомартлыҡ менән, ҡеүәттең ҡәҙере – ба­һадирлыҡ менән», – тигән һүҙҙәрен хә­тер һандығына һалғанмын. Мәрхәмәтле өлә­сәй менән ҡартатайыма сикһеҙ рәхмәтлемен.
– Киләсәккә хыялың ниндәй?
– Программист һөнәре оҡшай, Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инергә уйлайым.
– Хыялдарың тормошҡа ашһын, Айгиз!

VIII синыф уҡыусыһы Альбина Фәхрисламова әңгәмәләште.
Сибай ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: