-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Салауат ҡыҙы Наҙгөл

Малаяҙ башҡорт гимназияһының X синыф уҡыусыһы Наҙгөл Шәмсетдинова биш йәшенән сәхнә түрендә икән. Уңыштары ла бихисап: «Сулпылар», «Яҙғы тамсылар» бәйгеһе финалисы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа гел призлы урындар ғына яулай.

Салауат ҡыҙы Наҙгөл
Салауат ҡыҙы Наҙгөл

Халыҡта шундай мәҡәл йәшәй: «Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр». Һәр ата-әсә балаһының бәхетле, тәүфиҡлы булыуын теләй. Ә бала тәртипте үҙ ғаиләһендә күреп, ҡанына һеңдереп үҫә. Наҙгөлдө лә бәләкәйҙән рухлы, талантлы итеп тәрбиәләүгә бар көсөн, ваҡытын йәллә­мәй тырыш­ҡан ата-әсәһе маҡтауға лайыҡ.
Учалыла радио һәм телевидение йондоҙо, мәҙәниәт өлкәһендә юйылмаҫ­лыҡ эҙ ҡалдырған арҙаҡлы шәхес Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә ба­ғышланған төбәк-ара «Диктор тауы­шы» бәйгеһе үткәйне. Унда Башҡортос­тан­дан һәм Силәбе өлкәһенән бөтәһе 80 уҡыусы ҡатнашҡан. Шулар араһында Наҙгөл дә үҙен диктор ролендә һынап ҡараған.
– Бындай бәйгелә беренсе тапҡыр ҡатнаштым. Үҙемде диктор урынында һынап ҡарау миңә төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға дәрт өҫтәне һәм һайлаясаҡ һөнәрем тураһында уйланырға мәжбүр итте. Диктор булыу бик яуаплы, ауыр эш икәненә төшөндөм. Шулай уҡ был һөнәрҙең кеше алдында үҙеңде тота, аңлайыш­лы, матур уҡый белеү генә түгел, ә бик мәғлүмәтле булыуҙы һәм заман менән бергә ат­лауҙы талап иткәнен аңланым, – ти ҡыҙ.
Киләсәктә кем генә булыуына ҡарамаҫтан, ул телен, илен, халҡын яратыр, тормошта үҙ урынын дөрөҫ табып, Баш­ҡортостаныбыҙҙы данлаусы өмөтлө йәштәребеҙҙең береһе булып ҡалырына иманым камил. Уңыштар һиңә, Наҙгөл!

Зөһрә ХӘКИМОВА.
Салауат районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: