Тәүге осрашыуыбыҙ асҡындар менән ине. Быйыл районда беренсе тапҡыр “#Балалар. Уңыш. Асҡын” тип аталған муниципаль слёт уҙған. Шунда ҡатнашҡан һәләтле уҡыусылар төрлө номинацияларҙа еңеү яулай. Уларға бағымсылар Бөрө һәм Өфө ҡалаларына экскурсия бүләк иткән икән.
Беҙҙең янға “Йәш шағирҙар” номинацияһында еңеүселәр килеп еткәйне. Береһенән-береһе талантлы 14 уҡыусы редакция ҡунағы булды. Мәҫәлән, Ҡашҡа мәктәбенән Салауат Хиләжетдинов менән Айгөл Шакирова, Яңы Ҡаҙансынан Илмир Хәсәнов, район үҙәгенән Диана Ғәлиева, Камилла Ғүмәрова, Искәндәр менән Нияз Лотфулиндар, Варвара Ханжина, Диана Кашина, һәм Урмияҙҙан Айзат Әсәҙуллиндар. Ысынлап та, шиғырҙы матур яҙа икән үҙҙәре.
Балаларҙы сәйәхәткә Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Юнысова, Петропавловка мәктәбе директоры Ирек Ҡәҙимов, Ҡашҡа мәктәбе уҡытыусыһы Рәмзиә Ғәләүетдинова оҙатып килде. Улар “Йәншишмә”тураһында ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына тулы яуап алып, гәзиттең нисек баҫыуға әҙерләгәнен үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Мөхәррир ағай һәм журналистар менән ихлас аралашып, иҫтәлеккә фото төшөп, артабан Өфө буйлап сәйәхәттәрен дауам итте.
Ә бер көндө Дүртөйлө районының Исмаил мәктәбенең көндөҙгө лагерында ял итеүселәрҙе ҡаршы алдыҡ. Балаларҙың хыялдары тормошҡа ашты. Улар редакцияла ғына булып ҡалманы, яратҡан рэп-йырсы Алтынай Вәлитов менән осрашыуға ла иреште. Ағайҙары Матбуғат йортона үҙе килеп еткәйне. Бигерәк шәп булды! Кемгә тейә әле ундай бәхетле мәл. Осрашыуҙан файҙаланып, йырсы ағайҙарына һорауҙарын яуҙырҙы ғына дүртөйлөләр. Алтынай артист ҡына түгел, шәп спортсы ла икән. Ул балаларға сальто эшләп тә күрһәтте. “Тик бындай хәрәкәттәрҙе эшләү алдынан, ныҡлап әҙерләнергә, күнекмәләр яһарға кәрәк”, – тип иҫкәртеп тә ҡуйҙы ул.
Бер һөйөнөслө хәбәрҙе лә еткерҙе йырсы. Уның яңыраҡ ҡыҙы тыуған, Әминә тип исем ҡушҡандар. Ҡотлайбыҙ!
Осрашыу бик матур үтте. Һуңынан ҡунаҡтар редакцияның эш бүлмәләләрен ҡарап, мөхәррир Мирсәйет Ғүмәр улынан ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алып: “Беҙҙең дә велик отҡобоҙ килә”, – тип хушлашты дүртөйлөләр.
20 баланан торған төркөмдө туплап, Гүзәлиә Закирова һәм Гүзәл Мәғҙәнурова алып килгәйне. Уларҙы күңелле һәм ҡыҙыҡлы каникул көндәре теләп оҙатып ҡалдыҡ.
Зөһрә ХӘКИМОВА.
АВТОР фотолары.