-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта
6 Апрель 2025, 01:45

Йәнгүзәл Конфуций телендә һөйләшә

Ҡытай теле – донъяла иң боронғо телдәрҙең береһе. Шулай уҡ хәҙерге ваҡытта ҡулланылыуҙа булған иң боронғо яҙыу системаһына эйә. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса, Рәсәйҙә ҡытайса 70 мең 722 кеше һөйләшә.

Йәнгүзәл Конфуций телендә һөйләшә
Йәнгүзәл Конфуций телендә һөйләшә

Бөтә донъяла был телдә аралашыу­сыларҙың дөйөм һаны – 1 миллиард 300 мең миллион кеше.
Һуңғы осорҙа Рәсәйҙең Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән дуҫлыҡ бәйләнештәре күҙгә күренеп нығына. Төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек буйынса тиҫтәләгән килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. Баш­ҡортостаныбыҙҙы ла Ҡытай менән күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Шуларҙың береһе – ике яҡ араһында юғары уҡыу йорттары студенттары менән алмашыу йолаһы. Беҙҙең йәштәр ошо илдең боронғо аҡыл эйәһе һәм фәйләсүфе бул­ған Конфуций теле менән ихлас ҡыҙыҡһына.
Өфө фән һәм технологиялар университетының бер төркөм студенттары ла махсус килешеү буйынса Ҡытайҙың Наньчан ҡалаһының Цзяотун университетында уҡып ҡайтты.
Бөгөнгө әңгәмәбеҙ беҙҙең элекке йәш хәбәрсебеҙ, Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының II курс студенты Йәнгүзәл ЗӘЙНУЛЛИНА менән. Әйткәндәй, ул – Баймаҡ ҡыҙы. Ҡалалағы 4-се лицейҙы тамамланы.

– Йәнгүзәл, был илгә уҡырға нисек эләгеүең һәм ундағы алған белемең хаҡында һөйлә әле.
– Ҡытайға уҡырға студенттар йыйыу башланғас, мин дә, атай-әсәйем менән кәңәшләшеп, тиҙ генә документтарымды тапшырҙым. Күпмелер ваҡыттан: «Һин үттең», – тинеләр. Шулай итеп, Ҡытайҙа ярты йыл уҡыу бәхетенә ирештем. Һис шикһеҙ, ундағы уҡыу көндәрен, иң сағыу, мауыҡтырғыс, йылы хәтирәләргә бай сәйәхәт булды, тип әйтер инем. Яңы таныштар таптым. Иҫтәлекле һәм һоҡландырғыс урындар менән таныштым. Иң мөһиме, файҙалы дәрестәр алдым.
Дәрестәр тигәндән, беҙ телде генә өйрәнеп ҡалманыҡ. Ил тарихы, йолалары менән таныштыҡ. Беҙгә ушуның бер төрө булған тай-чины ла өйрәттеләр. Уҡытыусылар дәрестәрҙе лә, башҡа сараларҙы ла бик ҡыҙыҡлы итеп алып бар­ҙы. Беҙ күберәк һөйләү телмәренә иғтибар бүлдек. Өндәрҙе дөрөҫ әйтергә, матур итеп һөйләргә өйрәндек.
Уҡыуҙан һуң ҡала буйлап сәйәхәт иттек. Ҡытай ҡалалары, ысынлап та, беҙҙең илдекеләрҙән айырыла икән. Айырыуса борондан һаҡланып килгән пагодаларҙы (ғибәҙәтханалар), мәҙәни урындарҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараныҡ. Беҙ йөрөгән урындарҙа милли кейемдәге һылыу-һылыу ҡыҙҙар ҙа йыш осраны.
Фонарь, милли атрибуттар менән биҙәлгән урамдар, бейек-бейек сағыу яҙыулы анимациялы биналар – барыһы ла бик һоҡланғыс!
– Һинең яратып, тырышып телдәр өйрәнеүең йөҙөңә сыҡҡан. Һәр нәмәгә бик етди ҡарайһың...
– Рәхмәт. Баш — һандыҡ, тел — асҡыс, тигән борон халыҡ. Оҫта һөйләү ҡеүәһе элек-электән бик юғары баһаланған. Ә бына телдәрҙе белеү кеше алдында сикһеҙ мөмкинлектәр аса бит. Билдәле шәхестәрҙең тормош юлына иғтибар итһәк, улар кәмендә 3-5 тел белеүе асыҡлана.
Үҙемдең башҡорт телемә һөйөүем кескәй саҡтан ғаиләбеҙҙә, мәктәптә тәрбиәләнде. Уны яратып өйрәндем. Мәктәп йылдарымда гел башҡорт теленән олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашып торҙом.
Әле университетта башҡорт-ҡытай бүлегендә белем алам. Ҡытай телен I курс­тан өйрәнә башланыҡ. Уҡытыусыбыҙ Ван Сюцзяо булды. Дәрестәрҙе шул тиклем мауыҡтырғыс, йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы итеп алып барҙы. Бер йыл эсендә күпте белеп ҡалдым. Ҡытайса уҡыу, айырыуса яҙыу – үҙе бер сәнғәт тә, ҙур тырышлыҡ та талап итә. Бер иероглиф йә ижеккә төшкән баҫым йәки һыҙыҡса ғына ла әллә күпме мәғәнә аңлата. Шуға ла өйрәнә башлаған саҡта иероглиф һүрәтләнешен һәм уның мәғәнәләрен ассоциатив күҙаллауҙар ярҙамында иҫтә ҡалдырырға тырыштым.
Хәҙер инде II курсымдың тәүге уҡыу семестрында Ҡытайҙың Наньчан ҡалаһының Цзяотун университетында ярты йыллыҡ стажировка үтеп, был телде ныҡлап өйрәнеүгә форсат килеп сығыуына шатланып бөтә алмайым.
– Ҡытай илендә уҡыуға ниндәй мөнәсәбәт?
– Уларҙың уҡыуға ҡараштары бик етди, тиер инем. Сифатҡа күберәк иғтибар йүнәлтелә, буғай. Беҙҙе урта белем алыу мәктәбенә экскурсияға алып барғанда уҡыу кабинеттарының техник яҡтан тәьмин ителеүенә иғтибар иттек. Башланғыс, урта синыфтар булыуына ҡарамаҫтан, дәрестәр теҙмәһе хатта беҙгә, студенттарға, тәү ҡарашҡа, ауыр, ҡатмарлы тойолдо. Уҡыусыларға тәртип һәм тырышлыҡ әлеге көндә лә төп талап булып ҡала.
– Унда башҡорт халҡы тураһында беләләрме?
– Башҡорт халҡы уҡ тип белмәһәләр ҙә, беҙ үҙебеҙҙе, Рәсәйҙең бер вәкиле булабыҙ, тип таныштырҙыҡ. Кемдәрҙер хатта ҡыҙыҡһынып, шунда уҡ интернет селтәренән Өфөнө, Башҡортостандың символдарын асып ҡарап, уңыштар теләп: «Ҡытайға рәхим итегеҙ!» – тип сәләмләне.
– Ҡыҙыҡлы хәлдәргә тарыманыңмы?
– Эйе, сит илдә була инде ундай саҡтар. Ҡытайҙар бик дуҫ халыҡ икән. Беҙҙең ҡайҙан икәнде һорайҙар ҙа: «Ура!» – тип йылмаялар. Уларҙа «р» өнө булмағас, һүҙҙәре бик ҡыҙыҡ килеп сыға. Таксиҙа китеп барғанда ла бик күңелле генә аралашып, ҡыҙыҡһынған һорауҙарын бирәләр. Ҡайһы ваҡыт бер-беребеҙҙе аңламаһаҡ, белер-белмәҫ инглиз телендә булһа ла һүҙебеҙҙе еткереп ҡуя инек.
Борондан килгән ҡайһы бер йолалары хәҙер ҙә һаҡланып, көнкүреш-тормоштарында сағыла. Шуға ла иғтибар иттек әле.
– Тағы ниндәй сәйәхәттәр ҡылдығыҙ?
– Музейҙарға экскурсияға барҙыҡ. Каллиграфия дәрестәрендә ҡатнашып, Ҡытай халҡы менән күҙгә-күҙ ҡарашып, аралашыу бәхете лә тейҙе әле. Минеңсә, былар барыһы ла – бик оло тәжрибә. Иң хәтерҙә ҡалғаны: Хубей провинцияһында урынлашҡан «Өстарлауыҡ» исемле донъялағы иң көслө гидроэлектростанцияға барыу булды. Беҙ унда Ҡытай студенттарына проект эшендә ярҙамлаштыҡ. Янзцы йылғаһы тураһындағы күргәҙмәне урыҫ телендә һөйләп, Рәсәй иленә ҡыҫҡаса видеоэкскурсия үткәрергә барҙыҡ. Әлеге сит ил студенттары менән булған «сәйәхәт» беҙҙең һөйләү телмәребеҙҙе яҡшыртырға ярҙам итте. Ҡытай­ҙарҙың эшкә бик яуап­лы ҡарау­ҙары, уҡытыусылары менән кәңәшләшеп, тырышып эшләүҙәре һоҡландырҙы.
Шулай уҡ тауҙар ҡосағына һыйынып, дингеҙҙәй йылға уратып алған Ичан ҡалаһы күңелдә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Беҙ уҡып, йәшәгән ҡалаға ҡарағанда саҡ ҡына һалҡыныраҡ булһа ла, һыуыҡ һауа Рәсәй ҡыштарын хәтерләтеп ҡуйғайны.
Тағы ла шуны әйтеп китәйем әле. Килгәндән алып яҡындарымдың ҡыҙыҡлы һорауҙарына яуап эҙләү, Ҡытай халҡының тормошон, ғәҙәттәрен ситтән күҙәтеү, уҡыуымды тағы ла мауыҡтырғыс итте.
Ярты йылда беҙ ҙә таяҡ менән ашарға өйрәнеп ҡайттыҡ. Күпмелер ваҡыттан һуң ҡалаҡ менән ашау сәйерерәк тә тойола башлағайны...
– Тимәк, һин үҙеңә бай мәғлүмәт туплап ҡайттың инде?
– Ҡытайҙа үткән ярты йылым тормошомда мөһим роль уйнаны, тип уйлайым. Сөнки һәр халыҡ үҙ мәҙәниәте, тарихы, тормошҡа ҡарашы менән үҙенсәлекле. Көнсығыш кешеләренең донъяға ябай ҡарашы, тырыш һәм маҡсатҡа ирешеп йәшәүҙәре һоҡландырҙы.
Хәҙерге ваҡытта хыялдарҙы тормошҡа ашырырға, яңы ерҙәр күрергә мөмкинлектәр асылып ҡына тора. Ҡурҡмаҫҡа, тик алға барырға кәрәк! Ләкин беҙ һәр ваҡыт нимәгәлер шикләнәбеҙ. Әллә иртәрәк микән, тип тә икеләнәбеҙ. Минеңсә, бер ҙә иртә түгел, хәҙер – иң яҡшы ваҡыт. Белмәйһең икән – һора, ҡыҙыҡһын, аралаш. Тел, ысынлап та, бик көслө ҡорал. Быға мин сит илдә йәшәгәндә йәнә инандым. Әгәр ҙә үҙ телеңдә матур һөйләшһәң, һин көслө! Тағы ла берәй сит телен белһәң, үҙ тарихыңды, мәҙәниәтеңде, йолаларыңды башҡаларға һөйләп, таныштыра алаһың бит. Тағы ла хис-тойғоларың менән дә бүлешә алһаң, һин икеләтә көслө. Шуға һәр кемгә берәй сит телде өйрәнеү кәрәктер, тип һанайым.
Миңә ышаныс өҫтәгән, кескәй генә хыялымды тормошҡа ашырырға ярҙам иткән атай-әсәйемә, яҡындарыма, баш­ҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына, Өфө фән һәм технологиялар университетына, деканыбыҙ Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллинаға сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм.
Ҡытайҙың үҙендә алған белемем, тормош тәжрибәһе киләсәктә миңә ярҙам итеүенә, тағы ла яңы үрҙәр яуларға оло этәргес булырына ышанам. Барыһы ла алда әле!
– Беҙҙең мәктәптәрҙә нимәгә нығыраҡ иғтибар итергә кәрәк?
– Әлбиттә, сифатҡа. Хәҙерге ваҡытта үҫешеү, белем алыуҙы, өйгә эште баш­ҡарыуҙы еңелләштереү өсөн ысулдар артып ҡына тора. Интернет мөмкинлектәре киңәйә. Ошо шаулы, тиҙ хәрәкәттәге белемдең сифатлы булыуына, мөмкин тиклем фекерләү ҡеүәһен үҫтерергә, төрлө мәғлүмәтте ҡулланырға, анализлау оҫталығына ирешеү мөһим. Беҙгә, йәштәргә, бар яҡлап үҫешергә, күп уҡырға, камиллашырға, тырышырға, төрлө һөнәр­ҙәр үҙләштерергә кәрәктер. Ололар әйткәнсә: «Эшләгәнең – минең өсөн, өйрәнгәнең – үҙең өсөн».
«Йәншишмә» уҡыусыларына әйтер һүҙең?
– Уларға теләгем шул: йылдан-йыл асылып торған яңы мөмкинлектәр менән файҙаланып ҡалырға тырышығыҙ. Шикләнмәй үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ, уҡығыҙ, өйрәнегеҙ һәм ҡыйыу булығыҙ! Тел – көслө ҡорал ул, тип тағы ҡабатлайым. Телдәр өйрәнегеҙ, тормошта ҡасан булһа ла бер кәрәге буласаҡ.
– Рәхмәт, Йәнгүзәл! Һинән күпте белеп ҡалдыҡ.

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Йәнгүзәл Конфуций телендә һөйләшә
Йәнгүзәл Конфуций телендә һөйләшә
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас