Ул VII синыфтан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында уҡый. Быйыл XI синыфты «бишле»гә генә тамамлай. Атаһы – урыҫ, әсәһе – башҡорт. Ҡатнаш ғаиләлә тәрбиәләнгән ҡыҙ ике телдә лә яҡшы һөйләшә, инглиз телен өйрәнә. Атаһы ла, Бөрйән урыҫтарына хас булғанса, башҡортса яҡшы белә һәм аралаша. Ә олимпиадала ҡыҙ «Башҡорт эпосы «Урал батыр» нигеҙендә интерактив уйындар» ижади проекты менән сығыш яһаған. Анастасия мәшһүр ҡобайырыбыҙ менән ныҡлап ҡыҙыҡһына һәм был проект өҫтөндә бер нисә йыл дауамында эшләй. Хатта йәйге каникулында «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексына экскурсовод булып урынлаша. Гимназияның музейында ла шул уҡ эште башҡарыуы мөһим роль уйнағандыр. Олимпиаданың «Үҙең менән таныштырыу» өлөшөндә Алтай Республикаһындағы Денисов менән беҙҙәге Шүлгәнташ мәмерйәләренең оҡшашлығы тураһында әйтеп үтә. Һомай образында сығыш яһауы ла уңыш килтерә.
– Был олимпиадала тәүге тапҡыр ҡатнаштым. Конкурс 2 төп этаптан торҙо: проект эшен яҡлау һәм художестволы әҫәрҙе анализлау. Бәйгегә әҙерләгән, бөтә яҡтан ярҙам ҡулын һуҙған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатоваға, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фирҙәүес Фәнүз ҡыҙы Ҡотлогилдинаға, гимназия етәкселегенә, минең өсөн барыһына ла әҙер булған ҡәҙерле әсәй-атайыма, туғандарыма һәм дуҫтарыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Олимпиада көндәре онотолмаҫлыҡ мәл булып иҫтә ҡалды, – ти Анастасия.
Ҡыҙҙың сюжеттарын «Тау-тау хәбәр» тапшырыуында күргәнегеҙ булғандыр әле. Нәфис һүҙ оҫтаһы ул. Төрлө сараларҙы ла алып бара. Гимназия булдырған Рәми Ғарипов премияһының быйылғы лауреаты ла икән үҙе. Уҙған уҡыу йылында «Торатау» конгресс-холында уҙған «Профессионалдар» республика чемпионатында «Музей» компетенцияһында еңеүсе исемен яулаған.
– Настя, һин бер нисә тапҡыр Бөтә Рәсәй балалар ял үҙәктәрендә булғанһың. Ниндәй уңыштарың өсөн юллама менән бүләкләндең? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
– «Артек»та миңә 3 тапҡыр ял итеү бәхете тейҙе һәм уны мин үҙемдең өйөм һымаҡ ҡабул итәм, бик һағынам. Киләсәктә, бәлки, унда эшләп ҡарарға ла мөмкинлек тыуыр. Беренсе тапҡыр «Лазурный» лагерында 2023 йылда булдым. «Киләсәк эшҡыуарҙары» Бөтә Рәсәй конкурсына үҙ проектымды ебәреп, еңеү яуланым һәм 21 көн эсендә беҙ нисек үҙ эшеңде башларға, проект яҙырға өйрәндек. Киләсәктә, бәлки, эшҡыуар булмаҫмын да, «Артек»та алған белемдәр әлеге көндә бик файҙалы. Икенсе тапҡыр август айындағы «Тарихты һаҡлаусылар» сменаһында «Озёрный» тигән лагерҙа булдым. Был юллама беҙҙең мәктәп командаһына «Краефест» фестивалендә еңгән өсөн бирелде. Сменала беҙ «Артек»тың 100 йыллығына төрлө проекттар уйлап сығарҙыҡ. Өсөнсө тапҡыр «Лесной» лагерында «Ҙур тәнәфес» Бөтә Рәсәй конкурсы финалында булдым. Үҫмерҙәр, мәктәп уҡыусылары араһында иң билдәле, абруйлы бәйге ул. Шул сменала үҙемдең хыялымды тормошҡа ашырҙым, сөнки диңгеҙ отрядына эләктем. Беҙ диңгеҙгә сыҡтыҡ, семафор, такелажды, караптағы арҡандарҙы төйнәү серҙәрен өйрәндек. Унда мин икенсе урын яуланым һәм 200 мең һумлыҡ премияға лайыҡ булдым, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ҡыҙ.
Анастасия «Орлёнок» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә лә «Мәктәп Еңеү музейы» тарихи-патриотик сменаһында ике тапҡыр ял иткән. Шулай уҡ команда менән Мәскәүҙә «Маршал Жуков» халыҡара форумында ҡатнашып, еңеүсе исемен алғандар. Ғариповсылар унда «Гимназияның элекке уҡыусылары – махсус хәрби операция биләмәһендә» тигән темаға видеояҙма тәҡдим иткән.
– Ҡыҙыбыҙ китаптар уҡырға ярата. Бер эштән дә ҡурҡып тормай, нимәгә тотонһа ла, аҙағынаса еткереп ҡуя. Һаулығын, тәүфиғын бирһен инде Аллаһы Тәғәлә, – ти Анастасияның әсәһе Гөлфиә Ғарифулла ҡыҙы. Беҙ ҙә һәләтле, уңған ҡыҙға тағы ла ҙурыраҡ уңыштар теләйбеҙ.