Һылыу ҡыҙҙың исеме Динара.
Бәләкәйҙән ижади күңелле ҡыҙҙың һәләтен башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусыһы Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы Әхмәҙиева үҫтерә.
– «Йәншишмә» гәзитенә төрлө темаларға шиғырҙар, мәҡәләләр ебәрә инек. Конверт тышына адресты яҙып, почтаға һалып ебәреү бигерәк ҡыҙыҡ ине. Шунан ҡасан сыға инде, тип һәр һанды көтөп ала инем
Уҡыу йылдарында башҡорт теленән олимпиадаларға, тасуири шиғыр ятлау конкурстарында тик призлы урындар яулай. Шиғриәтте яратҡан һылыу үҙе лә шиғырҙар ижад итә, мәктәптә уҡығанда уҡ китабы нәшер ителә.
Әбйәлил районының Рауил мәктәбен тамамлағас, Динара Ғәлләмова IX синыфтан һуң Өфө дәүләт сауҙа-иҡтисад колледжына уҡырға инә. Һәр ерҙә лә тырыш, һәләтле ҡыҙ бында ла әүҙемлек күрһәтә. Колледжды ҡыҙыл дипломға тамамлаған һылыу Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһына уҡырға инә. Бакалавр дипломы ла уның ҡыҙыл төҫтә. Уҡыуҙағы һәм фәнни эшмәкәрлектәге юғары һөҙөмтәләр өсөн республика Башлығы Радий Хәбировтың стипендияһына ла лайыҡ була. Әле уҡыуын шул уҡ университеттың магистратураһында дауам итә.
Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашһа ла, уҡыуына ныҡ иғтибарлы. "Башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Миҙхәт ҡыҙына һәм барлыҡ уҡытыусыларыма беҙгә белем генә түгел, тәрбиә, эштәребеҙҙә кәңәш биреп барғандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм! Башҡорт телен һаҡлаған, уға һөйөү уятҡан, популярлаштырған урын тап ошо факультетта!Дүрт йыл буйына ижади төркөм етәксеһе булып уҙемде үҫтерҙем! Тап ошо факультета Гөлкәй Рәхимйәнова менән бергә грант яҙҙып еңдек! Беҙҙең ректор Салауат Тәлғәт улына гел күргән һайын һоҡланам. Күпте белә, шиғырҙарҙы тәржемә итә, һөйләү телмәре шул тиклем бай! Күптәребеҙгә өлгө булып тора! Башҡорт телендә матур һөйләшә! Сығарылыш квалификация эшемдең етәксеһе Зәки Арыҫлан улына рәхмәт! Бергәләп «5»ле билдәһенә диплом эшен яҡланыҡ!" – ти һылыу.
Талантлы элекке йәш хәбәрсебеҙ хәҙер брендлы өҫ кейемдәре лә тегеү менән дә шөғөлләнә. Belovme_brand тигән шәхси брендын асҡан. Үҙе дизайнер ҙа.
– Модалы, үҙенсәлекле был кейемдәрҙе мин сит ил журналдарынан ҡарайым һәм тегенсем менән заказдар ҡабул итәбеҙ. Әлбиттә, заманса, зауыҡлы кейемдәрҙе кейергә теләүсе йәштәребеҙ бихисап булыуы бигерәк ҡыуаныслы, – ти һылыу.
Бар ергә лә өлгөр ҡыҙ «ЮлдашПлюс» интернет радиоһының йәштәр фестивалендә «Belovme» псвевдонимы аҫтында сығыш яһай һәм йыл йырсыһы исемен яулай.
–Беҙҙең өйҙә бер ваҡытта ла йыр-моң тынманы. Атайым һыҙҙырып гармунда уйнай, мин дә бәләкәстән йырға маһир булдым, мәктәп йылдарында йыш ҡына сәхнәлә сығыш яһай инем. Махсус вокал белем алманым. Рус йырҙарын башҡортсаға тәржемә итәм, үҙем дә башҡарам. «Тик һин» һәм «Ҡанаттарым булһа әгәр» тигән йырҙарым бар. Шулай уҡ Заһир Ғәлиәҡбәров (Зага) менән«Ауылда диско» тигән дуэт та йәштәр араһында популярлыҡ яуланы.
«ЙырАлыш» проектын уҡыусылар яратып ҡабул итте. Проект авторы ла Динара Ғәлләмова уйынды бик шәп алып бара. Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау ойошмаһы үткәргән гранттар конкурсында еңеп, хәҙер баш ҡала мәктәптәрендә «ЙырАлыш» музыкаль уйынын үткәреп йөрөй. Проект «Көйҙө таны» билдәле уйынына оҡшаш, тик ул башҡорт телендә үтә. Уйын ике этапта уҙғарыла: заманса йырҙар һәм боронғо башҡорт халыҡ йырҙарына бағышланған. Проект халыҡ йырҙарын һаҡлауға, популярлаштырыуға һәм танытыуға йүнәлтелгән.
Әбйәлил йәштәре ойошмаһының урынбаҫары вазифаһын башҡарған һылыу, баш ҡалала яҡташтарыбыҙ менән төрлө проекттарҙы тормошҡа ашыра,тыуған районындағы «Ирәндек» лагерына барып ярҙам итәләр.
Йыл һайын район хакимиәте ҡышҡы каникулдарҙа ауыр тормош хәленә тарыған балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ял ойоштора. Унда ла барып өлгөрә өлгөр ҡыҙ.
– Ойошмабыҙ йәштәре менән беҙ ҙә уларға иғтибар күрһәтергә ниәтләнек, бәләкәй генә байрам ойошторҙоҡ, бүләктәр тараттыҡ.
– Бала саҡта шиғырҙар яҙып, «Йәншишмә» гәзитенең «йәш хәбәрсеһе» исемен алһам, хәҙер социаль селтәрҙәрҙә шәхси блог алып барам – был да минең өсөн ифрат ҡыҙыҡлы, күп яҡлы йүнәлеш. Интернеттың мөмкинлеге һанап бөткөһөҙ: бында үҙ тормошоңдо күрһәтеүҙән бигерәк, милли контент эшләргә, туған башҡорт телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә арналған акциялар ойоштороп, уларҙы ҡуйырға мөмкин, – ти ул йылмайып.
Һылыу ҡыҙ Динараға ижади проекттар һәр саҡ юлдаш булһын.