Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина кисәне асып:
– Мин дә, ул да Бөрйән районынан. Икебеҙ ҙә мәктәп йылдарында ижад юлына баҫтыҡ. Остазыбыҙ. БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Марат Муллағоловтың, яҙыусы булһын тип теләп, ҙур өмөт бағлап үҫтергән уҡыусыһы ул. Беҙ шулай уҡ Самат Ғәбиҙуллинға ла рәхмәтлебеҙ. Земфира менән ҡышҡы һыуыҡтарҙа тракторға тейәлеп барып, «Таң» район гәзитендә осраша торғайныҡ.
Өмөттө аҡланы. Уның алты китабы сыҡты, оҙаҡламай «Йәйғорло йыр» тигән йыйынтығы донъя күрәсәк, – тине. беҙҙе, – тине.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар Земфира Аҡбутинаның тәүге китабына фатиха биргән. Был ваҡытта ул Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһын етәкләгән. Әҙип Бөрйәнгә бағышланған шиғырын да уҡып ишеттерҙе.
– Шуға был осрашыуға бик шатланып, көтөп алып килдем. Земфира Аҡбутина башҡорт әҙәбиәтенә тос өлөш индерҙе, китаптары менән байытты, әҙәбиәтебеҙҙә ҙур танылыу яуланы. Башлап фатиха биргән кеше булараҡ. Миңә был икеләтә ҡыуаныслы , – тип белдерҙе ул сығышында.
Бер туғандары бала саҡтарын хәтергә төшөрҙө. Әйткәндәй, улар «Иҙел ҡыҙы» әҫәренең прототиптары ла икән. Курсташтары Земфира Хәкимйән ҡыҙының һаман да ихлас, дәртле булыуҙарын билдәләне.
Осрашыуға ғалимә Ғәҙилә Бүләкова менән шағирә Тамара Искәндәриә лә килеп еткәйне. Улар ҙа ихлас, матур һүҙҙәрен, теләктәрен еткерҙе. Ейәнсуранан һәм Бөрйәндән яҡташтары ла Земфира Аҡбутинаның ижадын хөрмәт итеүҙәрен белдерҙе, уның һәр ваҡытта ла әүҙем булыуын телгә алды. «Ейәнсура таңдары» гәзитенең баш мөхәррире Әлмира Әйүпова район гәзите менән әүҙем хәбәрләшеүен телгә алып, Рәхмәт хаты ла тапшырҙы.
Земфира Хәкимйән ҡыҙы сығышы менән Бөрйән районы Тимер ауылынан. Әле Ейәнсура районының Ибрай мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. «Йәншишмә»нең тоғро дуҫы ул. Уҡыусыларының мәҡәләләре лә гәзит биттәрендә әленән әле күренеп тора. Баҫмабыҙҙың Маҡтау грамотаһын тапшырҙыҡ.
Был көндө ҡотлауҙар күп булды. Һәр береһе уға йылы һүҙҙәрен еткерҙе. Бөрйәндән I синыфҡа барыусы Әмирхан Ямғурсин тасуири итеп «Атай кеүек булам мин!» шиғырын һөйләне. Уҡыусыларынан видеосәләмдәр ҙәкилеп етте. «Класташтар» сайтында Николай Марянин тәржемәһендә «Ҡарҙар ҡосағында» йырын яһалма интеллект башҡарҙы.
Шағирәнең шиғырҙары үҙенән-үҙе ятланыла, балалар менән эшләгәнгә уларҙың психологияһын яҡшы белеүсе остаз ул. Яңыраҡ «Юлдаш» нәшриәтендә Земфира Аҡбутинаның «Өйрәндем» тип аталған китабы өс телдә сыҡҡан. Унда шиғырҙарҙы инглизсәгә Рәшиҙә йомаҙилова тәржемә иткән.
Ижад кисәһенән илһам, дәрт, көс алып, яҡшы кәйеф менән таралыштыҡ. Земфира Аҡбутинаның ауылда йәшәп тә, мәктәптә уҡытып та, ижад итеп тә өлгөрөүенә һоҡланып ҡайттыҡ. !