-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта
26 Февраль , 13:44

Яратҡан яҙыусыбыҙ менән осраштыҡ

Балалар өсөн күп йылдар ижад иткән, кескәйҙәргә тәғәйенләп сығарылған бихисап әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар, йомаҡтар йыйынтыҡтары авторы, билдәле прозаик, шағирә, публицист, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы  Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡупова менән бик матур, фәһемле осрашыу үтте гимназиябыҙҙа.

Яратҡан яҙыусыбыҙ менән осраштыҡ
Яратҡан яҙыусыбыҙ менән осраштыҡ

Гөлнур апай үҙенең бала сағы, уҡыу йылдары, тәүге яҙған шиғырҙары, хеҙмәт юлы, нисек хикәйә, повесть һәм романдары ижад ителеүе хаҡында биҡ ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Уның һәр һүҙе, һәр һөйләме белемгә, тәртипкә, тыуған илде, тәбиғәтебеҙҙе, телебеҙҙе һөйөүгә өндәүсе тәрбиәүи бер көскә эйә икәнлегенә инандыҡ.

Уҡытыусы белеменә эйә авторҙың «Тәбиғәтте яратам», «Тылсымлы ҡәләм», «Үләнле ер – үлмәгән, кейекле ер – бөлмәгән!»  исемле китаптарын беҙҙең уҡыусылар  яратып уҡый. Кисә барышында ҙур теләк һәм ихласлыҡ менән шағирәнең шиғырҙарын яттан һөйләп тә ишеттерҙе  ҡыҙҙар һәм малайҙар.

Яратҡан яҙыусыбыҙ  буш ҡул менән килмәгән, билдәле китаптары менән бергә өр-яңы  «Башҡортостан – рухым ҡиблаһы» китабын гимназиябыҙ китапханаһына бүләк итте. Оло ихтирам менән ҡабул итеп алдыҡ.

V «А» синыфы уҡыусылары “Башҡорт телендә һөйләшәм” йыры менән осрашыуҙы башлап ебәргәйне, Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы һүҙҙәренә яҙылған «Һиңә генә» йырының яҙмаһын тыңлап, матур осрашыуҙы  тамамлап ҡуйҙыҡ.

Тел байлығы, образлы һүрәтләү маһирлығы, мауыҡтырғыс сюжеттар ҡороу һәләте  булған Гөлнур  апай менән осрашыу барыһына ла бик оҡшаны, оҙаҡ хәтерҙәрендә һаҡланыр, тип уйлайбыҙ.

 

 Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА, Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы педагог-китапханасыһы.

Өфө ҡалаһы.

 

 

 

Яратҡан яҙыусыбыҙ менән осраштыҡ
Яратҡан яҙыусыбыҙ менән осраштыҡ
Яратҡан яҙыусыбыҙ менән осраштыҡ
Яратҡан яҙыусыбыҙ менән осраштыҡ
Яратҡан яҙыусыбыҙ менән осраштыҡ
Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас