Ахырҙа, кемдең хаҡлы икәнен үҙенсәлекле ярыш менән хәл итергә булалар. Килешеүгә ярашлы, 50 йомортҡа ашаған кешегә 2 мең рупий (1700 һум тирәһе) аҡса тейеш булған. Шулай итеп, Ядав "эшкә" тотона. Әммә 41-се йомортҡаны ашай башлағас, аңын юғалтып, ауып китә. Ашығыс рәүештә дауаханаға оҙаталар, ләкин,ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шунда йән бирә. Медицина белгестәре уның артыҡ ашау сәбәпле, ашҡаҙаны ауыр йөктө күтәрә алмай, Ядавтың ошо хәлгә тарыуын асыҡлай.
Бына шулай, һөйләгәндә лә, ашағанда ла ауыҙыңды самалап асырға кәрәк. Юғиһә, үкенескә ҡалыуы ла мөмкин.