+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Булған хәл
19 Июль 2023, 14:27

Ғәжәп ата ҡаҙҙар

Ғәжәп хәлдәрҙең ша­һиты булырға тура килә ҡайсаҡ. Әҙәм балаларынан башҡа һәр төрлө йән эйәләре менән булған ҡыҙыҡлы ваҡиғалар айырыуса хәтерҙә ҡалыусан. Кешеләрҙе һәм бөтә тереклекте яралтҡан Аллаһы Тәғәлә үҙ мәхлүктәренә үрсеү, йәғни тоҡом дауам итеү һәләте биреп, уларҙы ата-әсәлек инстинкты тигән нәмә менән дә бүләкләгән, дөрөҫөрәге, шундай бурыс та йөкмәткән. Быға миҫалдарҙы беҙ аҙым һайын осратабыҙ һәм ата-әсә инстинкты башлыса инә затында булыуына ла күнегеп бөткәнбеҙ. Ә ана шундай юғары сифаттарҙың бәғзе ата енесе вәкилдәрендә булыуына хатта һирәк осрай торған хәл һымаҡ итеп тә ҡарайбыҙ. Кешеләр араһында бындай ир кеше хаҡында «үрнәкле атай», «өлгөлө ғаилә башлығы» тип тә әйтергә өйрәнгәнбеҙ. Бөгөнгө һүҙем шулай ҙа әҙәм балалары хаҡында түгел. Бер нисә йыл элек бына ниндәй ваҡиғаның шаһиты булырға тура килде миңә.

Раҡия инәйҙәрҙең йорто Урал тауы итәгендә ултырған Байымдың иң осонда, баш­ҡа өйҙәр­ҙән айырымыраҡ урынлашҡан. Ауыл ситендәге ҡайын урманына инә биреберәк то­ра. Уларҙың ихатаһында, ялан һарай­ҙарында ла киҫелмәй ҡал­ған унлаған дәү ҡайын башын күккә сөйгән. Шуның өсөн дә, күрәһең, ҡуян, төлкө һымаҡ Урал урманы кейектәре улар­ҙың кәртә-ҡураһына, хатта ишек алдына ла төндәрен (ҡайһы саҡта көндөҙҙәрен дә) килеп инеп сығырға тар­тын­май­ҙыр. Ҡуяндар, билдәле, бесән һарайы тирәһендә уран­ғылай. Ә йыртҡыс төлкө, әлбиттә, ҡош-ҡорт ма­ҙар­ҙы һа­ғалай. Көнө-төнө йоҡ­лау­ҙан бушанмаған бәй­ҙәге ҡарт Муйнаҡты бар тип тә белмәй улар. Вәт, замана йәнлектәре!
Инәйебеҙ яҙ һайын егерме биш-утыҙлаған ҡаҙ бәпкәһен алып, улар үҫеп еткәнсе көҙгә тиклем шулар менән булаша. Тик, Раҡия инәй үҙе әйтмешләй, инкубатор инкубатор инде ул. Аҙ ғына күҙ яҙҙы­рыуың була, бер нисә өлөшкә бү­ленешеп, тырым-тырағай таралы­шыр­ға әҙер генә торалар. Көҙгә табан ғына инде үҫеп етеп килгән бәпкәләр ара­һында берәй лидеры табылып, баш­ҡа иптәш­тәрен йыйып, эйәртеп йөрөй башлай. Әммә йәй буйына «тәрбиәләү» өсөн уларға барыбер оло ҡаҙҙар кәрәк шул...
Шулай үткән йыл инәйебеҙ башҡаса инкубаторҙан бәпкә алмаҫҡа ҡарар итте. Көҙөн ҡаҙ­ҙар­ҙың икәү­һен иткә һуй­ҙырмай, яҙғылыҡҡа ҡалдырҙы. Береһе – аталыҡ, ә икенсеһе, кәүҙәгә бер аҙ ҡайтышырағы – инә ҡаҙ. Тик, ғәжәпкә, инәйебеҙҙең һарайында ҡышлап сыҡҡан был икәү тәүҙәрәк тә, яҙға оторо ла бер-береһенә ҡарата битараф ине. Яҙ еткәс, Раҡия инәй күпме генә көтмәһен, ҡаҙҙары йомортҡа һалманы, сөнки уларҙың икеһе лә аталыҡ булып сыҡты. Бына һи­ңә – мә! Инде байтаҡ ҡы­на олоғайған инәйебеҙ хаталанған икән…
Шул арҡала ул тағы ла Баймаҡтағы эшҡыуар Байрамғоловтың инкубаторынан бәпкәләр алып ҡайтырға мәжбүр булды. Ихатала торған ҙур ситлек эсенә ебетелгән икмәк, табаға һыу һалып, бәләкәстәрҙе шунда урынлаштырҙы. Сөнки оло ике ата ҡаҙ уларҙы ситһенеп, суҡып имгәтеүе ихтимал.
Ихатаға бәләкәстәр килеп инеү менән, ысынлап та, оло ҡаҙҙарҙың тыныслығы юғалды. Улар, муйындарын аҡ­ҡош­ҡа оҡшата биреп дуғаландырып бөгөп, сәйер генә «ғо-ғо-ғо» тигән тауыштар сығарып, ситлек тирәләй әйләнешә башланы. Үҙҙәренә һал­ған емде лә ашамайынса, бер-икене генә суҡып алалар ҙа, кемделер һыйларға саҡырғандай, ян-яғына ҡаранып ҡаң­ғылдашалар.
Көндәрҙән бер көндө Раҡия инәй, бәләкәстәр өсөн бик хә­үефле булыу­ға ҡарамаҫтан, бәпкә­ләр­ҙе аталыҡтар янына сығарҙы. Берәй нәмә була ҡалһа, тип ҡулына тал сыбығын әҙерләп тотоп торған инәйебеҙ бот сабып хайран ҡалды. Инде һигеҙенсе тиҫтәһен тул­тыр­һа ла, кескенә бәпкәләрҙе ике ата ҡаҙ бындай йылы ҡабул иткән хәлде бығаса һис бер ҡасан күргәне юҡ ине. Етмәһә, улар үҙҙәренеке лә түгел бит әле. Ситлек эсенән тайыш-тойош ба­ҫып, берәм-һәрәм сығып килгән бәпкәләрҙе күреү менән ата ҡаҙҙар ҡысҡырышып-ҡаңғылдашып ҡанат ҡағып алды, унан инде, «ғо-ғо-ғо» тип мөмкин тиклем йомшағыраҡ өндәшергә тырышҡандай, бәпкәләр тирәһендә ун­да-бында йөрөй башланы. Үҙҙәренең баянан бирле ашамай һаҡлаған емдәренә әйҙәй кеүек инеләр. Тегеләре лә, һис ни булма­ғандай, оло ҡаҙҙарға эйәрҙе лә китте. Аталыҡтар табалағы емде бер-икене суҡыған булалар ҙа һарыҡайҙар килеп бәләкәй, йомшаҡ суҡыштары менән аша­ғандарын кинәнешеп ҡарап тора. Хатта бик ирмәк итеп ергә бер аҙ сүгә биреп, хас та кеше һымаҡ бейешеп тә алалар. Ул ғына ла түгел, һауытҡа ем өҫтәргә яҡынлашҡан Раҡия инәйгә ыҫылдашып ҡаршы килә башланылар, етмәһә… Хәҙер бәпкәләр тирәһенә ем урлашырға тауыҡтар ҙа килә алмай. Әллә ҡасан уҡ ошо тирәлә осоп әйләнгеләгән ала ҡарғаны бер нисә мәртәбә ҡур­ҡытып ҡыуып ебәрҙеләр. Яҙғы ҡояш болот артына йәшеренгәс, бер аҙ һал­ҡынайып, ямғыр күҙе төшә башлау менән, бәпкәләрҙе ҡуйындарына алып, йылы ҡауыр­һын­дар араһына йәшер­ҙеләр…
Шулай итеп, был ике ата ҡаҙ кескәйҙәрҙе йәй буйына үҙ бәпкәләрендәй итеп ҡарап, һаҡлап алып йөрөнө. Һәр көндө Таулы йыл­ғаһы буйына алып барып йөрөп тә киләләр. Көҙгә тиклем егер­ме биш бәпкәнең барыһы ла иҫән генә йөрөп, инде оло­лар­ға тиңләшеп үҫеп тә етте. Ноябрь айы башланыуға йәш ҡаҙҙар ҙурлығы буйынса оло­лар­ҙан айыр­ғыһыҙ ине инде. Тик был ике аталыҡ ҡына улар­ҙы һаман да бала итеп күрә, ахырыһы. Яндарына яҡынлашҡан сит кеше йә эт-маҙарҙы шун­дуҡ ҡыуып ебәрә­ләр, һаман да бул­һа бәпкәләрен яҡлашалар ине.
...Бер мәл инәйебеҙ иртәнсәк тороп сығыуға ҡаҙҙарҙың береһе юҡлығы асыҡланды. Барлап иҫәпләгәндән һуң, йәш ҡаҙҙарҙың барыһы ла иҫән, ә бер аталыҡ юҡ икән. Ерҙәге ҡан эҙҙәренә һәм туҙған мамыҡтарға ҡарап, ниндәйҙер бер кейек уны алып киткәнгә оҡшаған. Төлкө булдымы ул, әллә башҡа йәнлекме, бәпкәләрен яҡлашып, «дошманға күк­рәге менән» ҡаршы тороп, үҙе һәләк булғандыр, тип фаразланы инәйебеҙ. «Ә-ә-әй, меҫкенкәй, – тип уны йәлләп уфтанды Раҡия инәй, – күп кенә кешеләргә лә үрнәк булырлыҡ аталыҡ ине…»

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: