Район һәм ҡалаларҙан килгән балаларҙы «Амакс Турист» отеленә урынлаштырған инеләр. Кисә бер нисә уҡыусының ашағандан һуң хәлдәре насарайып, ашығыс ярҙам саҡырырға тура килгән. Өсәүһен 4-се йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына һалғайнылар. Бөгөн уларҙың һаны 12 булып киткән. Эсәк таяҡсалары түгелме икән, тигән фараз бар. Баш табип Радик Ғәлимов әйтеүенсә, балаларҙы ҡоҫоу, баш әйләнеү билдәләре менән килтергәндәр. Хәҙер аныҡ диагноз ҡуйғансы, 5 – 7 көн һаулыҡтарын тикшерәсәктәр, бөтә төр инфекцияларға анализ алалар, дауалайҙар.