Белгестәр әйтеүенсә, ундағы ярылған урындарҙы бергә ҡушһаң, 10 километрҙан артып китер. Мөһабәт һындың бейеклеге – 85 метр бит! 1967 йылда Евгений Вучетич проекты буйынса төҙөлгән монумент «Сталинград яуы геройҙарына» һәйкәл-ансамбленең бер өлөшө булып тора.
Тарихтан билдәле булыуынса, Сталинград яуы 1942 йылдың 17 июленән 1943 йылдың 2 февраленә тиклем бара. Бөйөк Ватан һуғышының мөһим, Еңеүгә илтеүсе һынылышлы алыштарының береһе була ул. Күпме ҡан түгелгән… Әйткәндәй, Мамай ҡурғанында 35 меңгә яҡын һалдат ерләнгән.
«Тыуған ил-Әсә» урынлашҡан ер – илебеҙ халҡы һәм, ғөмүмән, тыныслыҡ һөйөүсе кешеләр өсөн иң изге урындарҙың береһе. Төҙөкләндерелгәндән һуң уны барып күреүселәр тағы ла күбәйер әле.