-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
28 Август 2019, 19:07

Бөйөк Британия иле СССР-ҙың мәғариф системаһына күскән

Был донъя ҡыҙыҡ инде. Беҙҙең Рәсәй тырыша-тырмаша БДИ-ның барлыҡҡа килеүенең 10 йыллығына әҙерләнә. Ә сит илдә ҡыуана-ҡыуана «советтар мәғарифы» уҡыу алымдарының иң өлгөлө яҡтарын өйрәнеп, уҡытыу программаһына индереү өҫтөндә эшләйҙәр икән.

Бөйөк Британияла XX быуаттың 80-се йылдарындағы беҙҙең мәғариф өлкәһендәге уҡыу алымдарын ныҡ юғары баһалайҙар. Хәҙер уларҙың балалары совет заманының иҫ киткес шәп Розенталь, Ландау һәм Колмогоров китаптары буйынса белем ала.
– Совет иленең китаптары менән уҡыу уҡыусыларҙың белемен бик юғары күтәрҙе. Әле илебеҙҙәге бөтә донъяға билдәле кешеләрҙең балалары уҡыған Итон мәктәбендә лә барыһы ла ошо уҡыу алымдарын ҡулланып уҡый. Бының менән генә туҡтап ҡалмайбыҙ әле, – ти Англияның мәғариф министры Джастина Гриннинг.
Читайте нас: