2003 йылда аномаль эҫелектән был илдә 15 мең кешенең ғүмере өҙөлгәйне. Был юлы 10 тапҡырға әҙерәк – 1,5 мең кеше үлгән, уларҙың яртыһы тиерлек 75 йәште үткән. Әлбиттә, халыҡ өсөн төрлө саралар күрелгән – эш режимдары үҙгәртелгән, ҙур ҡалаларҙа бассейндар туҡтауһыҙ эшләгән, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү өсөн телефон линиялары асҡандар...
Әйткәндәй, был йәйҙә Испания, Британия, Бельгия, Германия, Люксембург, Нидерландтарҙа ла йәй көнө ныҡ эҫе көндәр теркәлгән. Уларҙа ла кешеләр һәләк булғандыр инде. Әммә әлегә Франция ғына был турала рәсми рәүештә хәбәр итте.
Үҙебеҙҙә һауа торошо Аллаға шөкөр икән.