+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
30 Сентябрь 2019, 18:57

Океанариум булырмы?

Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркында океанариум төҙөргә уйлайҙар. 700 миллион һум аҡса кәрәгәсәк икән.

Был тәҡдимде «Һыу донъяһы» компанияһы етәксеһе Сергей Кузнецов ҡала хакимиәтендә үткән «инвестсәғәт»тә белдергәйне. Был күңел асыу комплексында 700 урынлыҡ дельфинарий, тропик ботаник баҡса, крокодил, ташбаҡа һәм башҡаларҙы тотоу өсөн террариумдар булырға тейеш икән.

Әммә быға йәмәғәтселек ҡаршы һәм ошо айҡанлы change.org платформаһында ҡултамғалар йыялар. 53 мең кеше ризаһыҙлығын ҡуйған да инде. Хайуандарҙы яҡлаусылар уларҙы тотҡонлоҡта интектереп йәшәтеүгә ҡырҡа ҡаршы. Был йән эйәләре бик аңлы, хистәре, тойғолары бар, бер генә океанариум да, дельфинарий ҙа ҡәнәғәтләндерә алмаясаҡ, тик үҙҙәренең тыуған төйәге диңгеҙ һәм океандарҙа ғына үҙҙәрен иркен тота алалар, ти ҡаршы сығыусылар.
Читайте нас: