-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
11 Ноябрь 2019, 14:20

Регина – «Этно-һылыуҡай»!

Башҡортостандан ситтә белем алған йәштәребеҙ ҙур ҡалаларҙа юғалып ҡалмай, төрлө сараларҙа ҡатнашып, халҡыбыҙҙың данын күтәрә.

Йылайыр ҡыҙы Регина Ғансурина «Санкт-Петербургтың милли гүзәле – 2019» конкурсында «Этно-һылыуҡай» титулын алды. Был бәйгенең маҡсаты – тамашасыға төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәте тураһында һөйләү.
7 ил һәм 4 республиканан һылыуҡайҙар бер ай буйы конкурстың төрлө этаптарында ҡатнашҡан: cпорт, аш-һыу әҙерләү, мәрхәмәтлелек (балалар йортона барып концерт ҡуйыу), дефиле, интервью биреү буйынса ярышҡандар.
Регинаның үҙе менән таныштырғанда сағыу сығыш яһауы, «Ете ҡыҙ» легендаһы менән бәйле ижади номеры баһалама ағзаларына ла, тамашасыларға ла бик оҡшаған. Аш-һыу конкурсында башҡорт ҡыҙы урама, бал менән үлән сәйе тәҡдим иткән.
Регина Ғансуринаға, конкурста ҡатнашып, халҡыбыҙ мәҙәниәте, тарихы тураһында башҡаларға матур итеп һөйләүе өсөн «афарин» тибеҙ. Артабан да һынатмауын, ҡуйған маҡсаттарына ирешеүен теләйбеҙ.
Читайте нас: