+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
19 Ноябрь 2019, 16:40

Туғыҙ йәштә – студент!

Бельгиянан 9 йәшлек кенә Лоран Симонс исемле малай университетҡа уҡырға ингән.

Ул электротехника белгеслеге буйынса бакалавриатта белем ала.
Был баланың уҡыуға һәләте тураһында иң тәүҙә олатаһы менән өләсәһе белеп ҡала һәм ата-әсәһенә әйтә. Мәктәптә педагогтар малайға уның белемен тикшерер өсөн төрлө синыфтар программаһынан тестар биреп ҡарай. Лоран иһә бөтә эштәрҙе лә уңышлы үтәй.
Хәҙер вундеркинд Эйндховен технология университетында уҡый һәм уны декабрҙә тамамларға йыйына. Артабан докторлыҡ дәрәжәһен алырға теләй. Малайҙы донъяның абруйлы юғары уҡыу йорттарына саҡыралар. Ә ата-әсәһе әҙерәк ял итеп алырға кәңәш бирә. Каникулға Лоран Симонс Японияға барасаҡ, тип хәбәр итә СNN телеканалы.
Читайте нас: