+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
4 Декабрь 2019, 17:20

Бесәй быуғанмы?

Шаҡ ҡатырһың: шулай ҙа була икән…

Украиналағы бер ауылда 8 айлыҡ баланы бесәй тонсоҡтороп үлтергән. 22 йәшлек әсәй кеше коляскаһында йоҡлаған ҡыҙын бер нисә минутҡа ҡалдырып, эш менән була. Килеп ҡараһа, баланың йөҙөндә бесәй ята, бәпесе тын алмай. Ниндәй фажиғә: тиҙ ярҙам табибы сабыйҙың үлеме тураһында әйтә. Экспертиза күрһәтеүенсә, быуылыуҙан, кислород етмәүҙән ғүмере өҙөлгән. Алла һаҡлаһын!
Бесәй баланы быуып үлтергән, тип яҙыу дөрөҫ түгелдер ҙә, әммә шулай килеп сыға шул. Улар бит йылыны ярата, йылыға, бала өҫтөнә менеп ятҡан инде. Нимә генә тимә, ғибрәтле хәл, ошоға оҡшаш осраҡтар быға тиклем дә булғаны бар.
Бәпес булған өйҙә бесәй тотоу хәүефле булып сыға. Ни тиһәң дә, улар барыбер хайуан затынан...
Читайте нас: