-1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
11 Декабрь 2019, 19:40

Әсәһе артынан баҡыйлыҡҡа күскән

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары вәкиле Анна Кузнецова ҡайһы бер ғаиләләрҙе көслө күҙәтеү аҫтына алырға кәрәклеген белдерҙе.

Сөнки бер аҙна элек Удмуртияла мөмкинлеге сикләнгән 13 йәшлек үҫмер, әсәһе вафат булғандан һуң ярҙамға кеше саҡырырға ҡулынан килмәгәс, фатирында ятып, һыуыҡ тейҙереп яҡты донъя менән хушлашҡан. Был ваҡиғанан һуң ғәйеплеләрҙе эҙләүҙән тыш, республикала профилактика саралары ла киң йәйелдерелә. Икенсе ҡалала, бер фатир ишеген оҙаҡ астыра алмағас, емереп инәләр һәм тағы фажиғәгә тап булалар. Әсәһе пневманиянан үлгәс, хәлһеҙләнгән ике йәшлек балаһы уның кәүҙәһе янында бер үҙе ҡалған... Бер ғүмер ҡотҡарыла.
Тейешле органдар бындай ғаиләләрҙең хәлдәрен шылтыратыпмы, өйҙәренә барыпмы даими тикшереп торорға тейештер шул. Илдең төрлө ҡалаларында фажиғәле лә, сәйер ҙә хәлдәр тураһында ишетелеп тора. Кешеләр ҙә бер-береһенә иғтибарлыраҡ булһын ине, күрше хәлен күрше белмәй тормай бит, мәҫәлән.
Читайте нас: