+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
11 Декабрь 2019, 08:18

Ватсапһыҙ ҡалмағыҙ

Яңы йылда ватсап аша туғандарығыҙға, таныштарығыҙға ҡотлау ебәрә алмауығыҙ ихтимал.

Бөтә донъяла миллиондарса кешегә ҡағыла был яңылыҡ: ватсап эшләмәйәсәк. Интернеттағы ошо мәғлүмәтте уҡығас, күптәр, бәй, ватсапһыҙ ни эшләрбеҙ, ныҡ өйрәнеп киткәйнек бит әле, тип баш вата. Әммә яңылыҡты ныҡлабыраҡ тикшерә башлаһаң, ҡайһы берәүҙәр генә был мессенджерҙан файҙалана алмаясағын беләһең. Атап әйткәндә, иҫке айфондарҙа (iPhone) һәм элекке Android, шулай уҡ Windows Mobile системаһындағы телефондарҙа 2020 йылдан WhatsApp эшләмәйәсәк.
Уйлап ҡараһаң, был иҫке телефондар хәҙер күбеһе ватылып бөткән йәки улар ватсапты ҡулланмаған оло кешеләр ҡулында ғына ҡалған. Ә шулай ҙа кемдәр бығаса ошондай телефондарҙан ватсапта ултырған, уларға яңы йылға яңы версиялы смартфон һатып алырға тура килә инде.
Читайте нас: