Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгән йылда элекке Сталинград ҡалаһына барырға теләүселәр, моғайын, күп булыр. Ул бигерәк тә Мамай ҡурғанындағы «Ватан-әсә саҡыра» һәйкәле менән дан алған. Бында ерләнгән 35 мең һалдат араһында беҙҙең башҡорт олатайҙары ла күп булғандыр. Тыныс йоҡлаһындар...