+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
18 Декабрь 2019, 14:10

31 декабрҙә – Элвин Грей концерты

Яңы йыл алдынан Өфөлә 31 урында боҙ майҙансыҡтары эшләнгән, шыршылар ҡуйылған.

1 ғинуарҙан уларҙа көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 7-гә тиклем балалар өсөн уйындар, байрамдар ойоштороласаҡ.
Каникул ваҡытында бөтәһе 250 байрам сараһы үтәсәк. 28 декабрҙа Ленин майҙанында Ҡыш бабайҙар парады булһа, 3 ғинуарҙа Өфө Ҡарһылыуҙарына ҡарап һоҡлана аласаҡбыҙ.
31 декабрҙә Каруанһарай алдындағы майҙанда яратҡан йырсыбыҙ Радик Юлъяҡшиндың (Элвин Грей) концертын ҡарарға мөмкин. Ваҡыты әлегә билдәһеҙ. Шулай уҡ Яңы йыл төнөндә Ленин майҙанында төнгө сәғәт 10-дан 2-гә тиклем башҡорт эстрадаһы артистары ҡатнашлығында ҙур байрам концерты буласаҡ. Аҙағынан байрам салюты көтөлә.
31 декабрҙән 2020 йылдың 5 ғинуарына тиклем «TERRA ZIMA» фестивале үтә. Яңы йылды яҡшы кәйеф менән ҡаршы алайыҡ, дуҫтар!
Читайте нас: