Унда урыҫ телен өйрәнеүсе 1 мең уҡыусы һәм студент ҡатнашҡан. Тел буйынса ғына түгел, тарих, әҙәбиәт, мәҙәниәт, фольклор буйынса ла белемдәрен тикшереп ҡарағандар. Сара Ҡытай йәштәренә беҙҙең илдең мәғариф системаһы, мәҙәни йолалары тураһында күберәк белергә, ә педагогтарға урыҫ телен өйрәнеү буйынса яңы ысулдарҙы өйрәнергә ярҙам итә.