+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
19 Декабрь 2019, 14:20

Бесәйҙең инстаграмы бар

Берәй бесәйҙең инстаграмда шәхси бите барлығын белә инегеҙме?

Белеп ҡуйығыҙ: Италияла йәшәгән 6 йәшлек Вито исемле мыраубайҙыҡы бар.
Вито бер йыл элек машинанан тапалып, артҡы аяҡтарын йәрәхәтләган. Ветеринарҙар уларҙы киҫергә мәжбүр була. Витоға протездар ҡуялар. Бесәй күпмелер ваҡыттан яһалма аяҡтарында йөрөргә өйрәнә. Хәҙер ул башҡа бесәйҙәрҙән айырылмай икән: ноутбуктың клавиатураһында ята, крандан һыу эсә, уйнай. Баҫҡыстан да үҙе менә башлаған. Инстаграмда Витоға яҙылыусылар һаны 3 меңдән ашыу.
Читайте нас: