+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
19 Декабрь 2019, 16:45

Һыйырҙарға тиҙ ярҙам

2020 йылдан Өфөлә ветеринар ашығыс ярҙам хеҙмәте эшләй башлай.

Башҡортостан райондары ветеринар хеҙмәттәре ҡарамағына 40 автомобиль ебәреләсәк. Йәғни ветеринарҙар төпкөл ауылдарға ла барып, малдарға ашығыс ярҙам күрһәтә, прививка эшләй аласаҡ. Ә Өфө ҡалаһындағы дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ өсөн ике «Ларгус» алынасаҡ. Ветеринар ашығыс ярҙам хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк.
«Башинформ» агентлығында үткән матбуғат кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһының ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин Өфө һәм Ишембай ҡалаларында зооҡунаҡхана, хатта зоотакси асыуҙы планлаштырыуҙары тураһында ла хәбәр иткән.
Читайте нас: