+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
26 Декабрь 2019, 19:35

Ҡыш бабайҙар һыу инә

Беҙҙә Ҡыш бабайҙар парадта йөрөһә, Сочиҙа улар күмәкләп диңгеҙҙә ярышып йөҙә.

Сочиҙың циркында барған «Изге ҡышҡы әкиәт» тамашаһын ҡуйыусы артистар шундай ғәҙәти булмаған акция ойошторған. Сочиҙа әле 16 – 18 градус йылы, һыу – 14 градус, ә ниңә йөҙмәҫкә?! Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух.
Йылы яҡ Ҡыш бабайҙарының һыу ингәнен ҡарарға яр буйына байтаҡ халыҡ йыйылған. Артистар шулай уҡ бәләкәй генә тамаша күрһәтеп, циркка саҡырыу ҡағыҙҙары ла уйнатҡан.
Читайте нас: