«Тыуған урам» программаһы буйынса быйыл 113 километр оҙонлоғонда юлдарҙы төҙөкләндерәсәктәр. Был программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән һәм ауылдарҙың үҙәк урамдарына, шулай уҡ халҡы 1 меңдән ашҡан тораҡ пункттарҙа юлдарға асфальт һалыу күҙ уңында тотола.