+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
15 Февраль 2020, 21:30

Ауылдарҙа сәнғәт мәктәбе филиалдары асыласаҡ

Был турала Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ведомствоның киңәйтелгән ултырышында белдерҙе.

Ошо йылдың мартында Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбенең яңы бинаһы асыласаҡ. Быйыл шулай уҡ Үрге Ҡыйғыла һәм Ҡырғыҙ-Миәкәлә 100, 120 урынлыҡ балалар сәнғәт мәктәптәре проектланған. "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса 26 ауылда сәнғәт мәктәптәре асыу күҙаллана. Улар яңы төҙөләсәк мәҙәниәт усаҡтары менән бер ҡыйыҡ аҫтында буласаҡ. 2024 йылға Республика Башлығы күрһәтмәһе буйынса тағы 10 балалар сәнғәт мәктәбе асылырға тейеш. Башҡортостан Волга буйы округында балаларҙы үҙешмәкәр сәнғәткә ылыҡтырыу буйынса алдынғы урынды биләй. Сәнғәт мәктәбендә уҡыусылар һаны буйынса 2018 йылда l урынды биләгән.
Читайте нас: