Тәүге ғаиләләрҙе мартта ҡабул итергә мөмкин буласаҡ. Әле «Изге йорт» хәйриә фондына ҡала хакимиәте тарафынан бирелгән ике йортта төҙөкләндереү эштәре бара. Фонд етәксеһе Юлия Ромейко әйтеүенсә, социаль ҡунаҡханала 270 ғаилә йәшәрлек 67 фатир булдырырға уйлайҙар. Бөтә эштәрҙе меценаттар финанслай икән.