+9 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
17 Февраль 2020, 16:20

Патриотик тәрбиә тураһында федераль проект әҙерләнә

Владимир Путин хөкүмәткә 2020 йылдың 1 мартына тиклем «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә патриотик тәрбиә тураһында федераль проект әҙерләргә ҡушҡайны.

Әле Рәсәй Федерацияһы Фән һәм юғары белем министрлығы үҙенең тәҡдимдәрен әҙерләгән, улар араһында сит ил йәштәрен үҙебеҙгә саҡырып, Рәсәй тарихы менән яҡынданыраҡ таныштырыу тураһындағыһы ла бар.
Яңы проект йәштәрҙә илебеҙ тарихына ныҡлы ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуға, илһөйәрлек тойғоһон көсәйтеүгә йүнәлтелә. Ул 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән, Рәсәй Федерацияһы мәғариф министрлығы тормошҡа ашырасаҡ.
Читайте нас: