Үҫмер ата-әсәһенә зарланған һәм уларҙы яуапҡа тарттырыуҙарын һораған. Төнгө сәғәт 11-ҙә телефонын тартып алыуҙарын, кистәрен үҙҙәре менән бергә саф һауала йөрөргә алып сығыуҙарын, имтиханға әҙерләнергә ҡушыуҙарын ҡыҙ үҙе менән ҡаты мөғәләмә итеү, тип һанай.
Мәскәүҙән бала хоҡуҡтары вәкиле Анна Кузнецованың ҡушыуы буйынса Башҡортостан Республикаһындағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова тәүҙә уҡыусы менән телефондан һөйләшә. Шунан ҡыҙҙы әсәләре һәм уҡытыусылары менән бергә үҙенә, шәхси осрашыуға саҡыра. Һөйләшеүҙең һөҙөмтәһе булыр. Ғаиләлә килеп сыҡҡан аңлашмаусанлыҡты хәл итергә психологтар, педагогтар ҙа ярҙам итәсәк, тип белдерә Милана Маратовна.
Эйе, балалар һәм үҫмерҙәр, уларҙың атай-әсәйҙәре үҙҙәрен борсоған бөтә һорауҙар менән дә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн 2010 йылдан бирле Бөтә Рәсәй берҙәм балалар ышаныс телефоны эшләй. Уның һандары: 8-800-2000-122. Шылтыратыу аноним һәм конфиденциаллек һаҡлана. Тәжрибәле белгестәр һеҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә мотлаҡ ярҙам итәсәк.