-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
20 Февраль 2020, 16:02

«Урал батыр ере» бына ниндәй буласаҡ

Уҙған йылдың декабрендә «Төҙөлөш сәғәте» кәңәшмәһендә Бөрйән районында туристик зонаны үҫтереү мәсьәләһе ҡаралғайны.

Унда Республика Башлығы Радий Хәбиров «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы тирәләй туристик зонаның генераль үҫеш планы проектын эшләргә ҡушҡайны. «Урал батыр ере» тип аталасаҡ иҫтәлекле урынды үҫтереү буйынса проект төркөмө етәксеһе Рөстәм Әлибаев Бөрйән районы хакимиәтендә үткән кәңәшмәлә уның эскиз проекты менән таныштырған. Бик шәп булмаҡсы был туризм үҙәге. 200 машина һәм 10 автобус ҡуйырлыҡ парковка, сауҙа һәм күңел асыу үҙәге, спорт һәм балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, өс йондоҙ кимәлендәге 30 урынлыҡ ҡунаҡханалар төҙөү планлаштырыла икән. Ағиҙел яры ла төҙөкләндереләсәк. Февраль аҙағында проект фекер алышыуға тәҡдим ителәсәк.
Читайте нас: