Ниндәй конкурста, тиһегеҙме? «Встреча» XV Халыҡ-ара кинофестивалендә. Быйыл ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап үткәрелгән. Конкурс программаһына 11 илдән бөтәһе 75 фильм ингән. Бынан тыш 50 картина һайлап алынған. Ҡатнашырға теләүселәр күп булған: 18 илдән 300 ғариза ҡабул ителгән. Фестивалдең бүләкләү тантанаһы Калуга өлкәһенең Обнинск ҡалаһында уҙған.
Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса режиссёр Александр Галибин Башҡортостанда төшөргән «Һеңлекәш» фильмының тағы бер фестивалдә ҡатнашып, Гран-приға лайыҡ булыуы – ҙур ҡыуаныс. Арсланды еңеүе менән бөтә уҡыусыларыбыҙ исеменән ихлас ҡотлайбыҙ!