+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
27 Февраль 2020, 13:12

«Герой партаһы»

Рәсәй мәктәптәрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Герой партаһы» исемле проекты тормошҡа ашырыла.

Уның маҡсаты – балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә ил тарихына, героик үткәненә ихтирам тәрбиәләү, ватансылыҡ тойғоһон формалаштырыу. «Герой партаһы» – ул ошо мәктәп менән бәйле ветерандың йәки бөгөнгө Рәсәй Геройының фотоһы һәм уның тураһында мәғлүмәттәр урынлаштырылған парта. Унда яҡшы уҡыған балалар ғына ултырырға лайыҡлы.
Башҡортостанда акция «Ватан Геройҙары – Башҡортостан ғорурлығы» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Рәсәйҙә иғлан ителгән Хәтер һәм дан йылында был акцияға ҡушылыусылар күп. Мәҫәлән, Нуриман районының Оло Шиҙе мәктәбендә парталарға Советтар Союзы Геройҙары Ғ.Ф. Шәйхетдинов һәм Ғ.Ғ. Аскин тураһында белешмәләр беркетелгән.
Өфөләге 161-се лицейҙа Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовҡа арналған «Герой партаһы» менән республика етәксеһе Радий Хәбиров та танышты.
Читайте нас: