+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
27 Февраль 2020, 17:52

Уҡытыусыға ла ҡул күтәрәләр...

Уҡытыусылар уҡыусыларҙы ғына түгел, уҡыусылар ҙа уҡытыусыларҙы кәмһетә, хатта ҡул күтәргән осраҡтар ҙа бар. Һуңғы ваҡытта дәрес ваҡытында булған хәлдәр аптырашта ҡалдыра.

Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, педагогтарҙың 70 проценты бер тапҡыр булһа ла балалар тарафынан ҡыйырһытыуға дусар булған.
Әле бына мәғариф буйынса Бөтә Рәсәй профсоюзы вәкилдәре бының өсөн атай-әсәйҙәргә штраф һалыу тураһында ҡанун проекты әҙерләгән. Һүҙ енәйәт һәм административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына төҙәтеү индереү тураһында бара. Уҡытыусыларға ҡарата енәйәттәрҙе айырым пункт итеп алырға, штрафты 4 – 5 меңгә күтәрергә, ҡул күтәргәндәрҙе иркенән мәхрүм итергә тәҡдим итәләр.
Төҙәтмәләр етәксе вазифаһын биләгәндәргә, юридик хоҡуҡлы ойошмаларға ла ҡағыла.
Әммә Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы быны хупламай. Тыйыуҙар һәм штрафтар менән генә мәктәптәрҙәге психологик мөхитте яҡшыртып булмай, тип иҫәпләйҙәр ведомствола. Белем биреү сифатын күтәреү, уҡытыусыларға ярҙам итеү, уларҙың хеҙмәтенең абруйын күтәреү, шулай уҡ атай-әсәйҙәргә балаларының уҡыуы тураһында күберәк мәғлүмәт биреү өҫтөндә эшләргә кәрәк, тиҙәр.
Уҡыусы ниңә уҡытыусыға ҡаршы өндәшә, хатта ҡул күтәрә һуң? Һуңғы ваҡытта булған ваҡиғаларҙың сәбәптәрен тикшергәндә, үҫмерҙең йә тулы булмаған ғаиләлә тәрбиәләнеүе, йә интернетта ниндәйҙер насар төркөмдөң ҡорбаны булыуы асыҡланған.
Читайте нас: