Республика этабына сыҡҡан 47 ауыл вәкилдәре Өфөлә эксперт комиссияһы алдында башҡарған эштәре буйынса видеопрезентацияларын яҡланы. Ҡайһы берәүҙәре эскелеккә ҡаршы көрәш темаһына календарь, буклеттар ҙа сығарған. «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашҡан тораҡ пункттарҙағы мәктәп уҡыусыларының да проектҡа үҙ өлөштәрен индереүе ҡыуаныслы. Мәҫәлән, Нуриман районы Иҫтерек ауылы магазиндарында иҫерткес эсемлектәр һатылмай башлаған. Быны талап итеп уҡыусылар ҙа бер нисә тапҡыр пикетҡа сыҡҡан. Шулай уҡ проектта ҡатнашҡан ауылдарҙа балалар төрлө спорт сараларына йәлеп ителде. Бик йәнле барҙы бәйге. Ыңғай һөҙөмтәһе лә күренер, тип ышанабыҙ.
Әле комиссия 47 «Айыҡ ауыл»дан 15-ен финалға һайлап алыу өҫтөндә эшләй. Ә 1 марттан интернетта тауыш биреү башланасаҡ. Ул 10 мартҡа тиклем барасаҡ. 15 конкурсанттың ҡайһыһы еңеүсе булыр, 500 мең кемгә эләгер?