-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
29 Февраль 2020, 09:04

Ғаиләгә ҡыҫылмаҫҡамы?

Ошо арала ғына ҡатынының, балаларының ғүмерен ҡыйған ирҙәр тураһында ҡурҡыныс хәбәрҙәр уҡырға тура килде. Ә илдә нисәнсе тапҡыр инде "Ғаиләлә көс ҡулланыуҙы иҫкәртеү тураһында" ҡанун проекты тураһында шау-шыу бара. Ҡайһы берәүҙәр ғаиләгә ҡыҫылмаҫҡа кәрәк, тип иҫәпләй.

Быйыл да был ҡанун проектын депутаттар хупламаҫ микән? Башҡортостанда "Ғаиләлә көс ҡулланыуҙы иҫкәртеү" һәм "Ғаиләлә көс ҡулланыуға дусар булғандарға социаль-психологик ярҙам тураһында" ҡанун проекттары әҙер инде. Тик ошондай ҡанундарҙы Дәүләт Думаһы кимәлендә ҡабул итергә кәрәк. Беҙҙең илдә ғаиләлә эшләнгән енәйәт арҡаһында меңдәрсә баланың ғүмере өҙөлә. Ауыр енәйәттәрҙең 40 проценты йортта ҡатындарға, балаларға ҡарата ҡылына. Өйҙән сүп сығармайым, тип, күп осраҡта йәберләүгә дусар булғандар бер кемгә лә мөрәжәғәт итмәй. Донъяның алтмышлап илендә был туралағы ҡанундар эшләй. Тимәк, уларҙа фажиғәләрҙе булдырмау буйынса күберәк саралар күрелә. Ә беҙҙә кемдәрҙер һәләк булғас, эҙемтәләр генә тикшерелә... Көсһөҙҙәрҙе яҡлау өсөн ҡанун кәрәк, тейешле ведомстволар уға нигеҙләнеп эшләр ине.
Читайте нас: