+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уҡытыусы исеменә тап төшөргән

Мәктәптәрҙә ниндәй хәлдәр генә булмай һуңғы ваҡытта?! Аптырашта ҡалырлыҡ.

Теге йәки был ҡалала уҡыусының уҡытыусыға ҡул күтәреүе тураһында яҙалар. Шулай уҡ дәрес ваҡытында балаларҙы ҡыйырһытыусылар ҙа табылып тора. Уларҙы нисек педагог тип атайһың? Бына яңыраҡ Башҡортостандың бер районында ла шундай осраҡ булған. Уҡытыусының бер ҡыҙҙы нимә тип кәмһеткәнен, хурлағанын синыфташы телефонының диктофонына яҙҙырып алған. Аудиояҙманы Башҡортостандың кеше хоҡуҡтары буйынса советы ағзаһы Динар Зәйнуллинға тапшыралар. Әле был эште тикшереү бара, уҡытыусыны эштән ебәргәндәр.
Мәктәптә балаларҙы яратҡан, уҡытыусы тигән изге һөнәргә тап төшөрмәгән педагогтар ғына эшләһен ине. Ундайҙарҙы уҡыусылар ҙа хөрмәт итә, уҡытҡан фәнен дә ҙур теләк менән өйрәнәләр түгелме ни?
Читайте нас: