Ярай әле өлкәндәрҙең банк карталары бар. Ә балаларҙыҡы? Ҡалала күптәр йәмәғәт транспортына ултырып йөрөй, ә атай-әсәй юлға тип биргән аҡсаны буфетҡа тотонғанһың да ҡуйғанһың. Йә юғалтҡанһың... Аҡсаң булмаһа, ҡайһы бер кондукторҙар ҡараңғы тип тормай, теләгән бер туҡталышта төшөрөп ҡалдырыуы ла ихтимал. Бындай осраҡтар булғаны бар ҙа инде. Бер уйлаһаң, бер кеше түләмәгәндән ни була, кешелеклек күрһәт, бала өйөнә ҡайтып етһен әйҙә.
Күп сурытып тормайыҡ әле, хөкүмәт 16 йәшкә тиклемге балаларҙы билеты булмағанда автобустан төшөрөп ҡалдырыуҙы тыйыу тураһында яңы ҡанунды хуплаған. Һәйбәт бит. Әммә был балаларға билет алмайынса ла йөрөргә мөмкин тигәнде аңлатмай.